Яҡшымбәт (исем)

Викидата элементы юҡ

Яҡшымбәт (исем) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимология

Яҡшымбәт — башҡортса, (ғәр. яҡшы өммәт (халыҡ)‎; Яҡшымбәтов фамилияһында һаҡланған.[1]

Фамилияла

Яҡшымбәтов Малик Нәсих улы (18 апрель 1944 йыл — 18 февраль 1993 йыл) — кинорежиссёр, 1991—1993 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһының художество етәксеһе.

Яҡшымбәтов Әҡсән Хәсән улы (18 октябрь 1928 йыл — 6 ноябрь 2018 йыл) — Сибай руднигының элекке быраулаусыһы, бригадиры, газ һәм электр менән эретеп йәбештереүсеһе. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны.

Яҡшымбәтов Альфред Ғәбит улы — билдәле татар композиторы, баянсы. 1962 йылдың 10 ғинуарында Әлшәй районының Иҫке Аҡкулай ауылында тыуған. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы. 1979 йылда музыкаль гимназияны тамамлаған.[2]

Топонимияла

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ