Ғарипов Марсель Исмәғил улы

Ғарипов Марсель Исмәғил улы (13 апрель 1942 йыл — 27 сентябрь 2021 йыл) — ғалим-педагог, комсомол, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп эшмәкәре һәм сәйәсмән. 1981 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — проректоры, 1989 йылдан — ректоры. 2003 йылдан Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2009 йылға тиклем — өҫтәмә белем биреү буйынса проректор. Педагогия фәндәре докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1978) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф (2002) отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003).

Биографияһы

Марсель Исмәғил улы Ғарипов 1942 йылдың 13 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы Түбәнге Тәтешле[1] ауылында тыуған. Мәктәп йылдарында пионер отряды командиры, мәктәп пионер дружинаһы советы ағзаһы, артабан мәктәптең комсомол комитеты һәм ВЛКСМ-дың район комитеты ағзаһы була.

Үрге Тәтешле урта дөйөм белем биреү политехник училищеһын тамамлағандан һуң, Бөрө дәүләт педагогия институтының[2] химия, биология һәм ауыл хужалығы производствоһы нигеҙҙәре факультетына уҡырға инә һәм уны 1965 йылда тамамлай.

Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге

Ғалим, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре 2021 йылдың 27 сентябрендә[4] Бөрө ҡалаһында вафат булды[5].

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғилми тикшеренеүҙәре уҡыусыларҙың хеҙмәт политехник әҙерлегенә, инновациялы педагогик технологияларға, хәҙерге заман мәғарифы философияһына. арналған. 220-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Китаптары

  • Общественнополезный, производительный труд сельских школьников. Уфа, 1990; Иноязычные профессиональные и социально-культурные коммуникации: теория и практика. Уфа, 2004. (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992).