Ғилманов Ғүмәр Ғилман улы
Ғилманов Ғүмәр Ғилман улы (рус. Гильманов Гумер Гильманович; 6 декабрь 1919 йыл — 5 декабрь 2007 йыл) — педагог, мәғариф, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан (өҙөклөктәр менән) Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Таһир Күсимов музейын ойоштороусыларҙың береһе һәм 1975—1996 йылдарҙа уның директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1955) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1947), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). 1-се (1945) һәм 2-се (1985) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
Биографияһы
Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов 1919 йылдың 6 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Күсем ауылда тыуған[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1935 йылда урындағы мәктәп уҡытыусыһы булып башлай[1].
1940 йылда Белорет районындағы Сермән педагогия училищеһын тамамлағас, Әбйәлил районының Салауат ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, Ташбулат һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы[1].
1942 йылдан — «Кадр» колхоз рәйесе[1].
1943 йылдың декабрендә Әбйәлил район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла[2].
1944 йылдың ғинуарынан Көньяҡ Урал хәрби округының 12-се запас уҡсылар дивизияһының 26-сы запас уҡсылар полкында, 1945 йылдың февраленән 3-сө Белоруссия фронтында хеҙмәт итә: 13-сө гвардия уҡсылар корпусы 3-сө гвардия уҡсылар дивизияһы 9-сы гвардия уҡсылар полкының 1-се уҡсылар батальоны парторгы була. 1946 йылдың мартында гвардия кесе лейтенанты званиеһында демобилизациялана[2].
1946 йылдан – Әбйәлил районының Күсем башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1961—1980 йылдарҙа — мәктәп мөдире[1].
1960—1961 йылдарҙа Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхоздың партком секретары[1].
2007 йылдың 5 декабрендә тыуған ауылында вафат була һәм шунда уҡ ерләнә[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• Күсем ауылында Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Күсимов музейын асыу инициаторы һәм был эште ойоштороусыларҙың береһе[1]. 1975—1996 йылдарҙа музейҙың директоры[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[4]
• II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[5]
• «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1968)[2]
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[6]
• Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн миҙалы (1957)[1]
• «фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы (1970)[1]
• «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1980)[1]
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1955)[1]
• Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1947)[1]
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994)[1]
• СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977) [1]
• Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы [1](1966, 1969)
• Социалистик ярыш еңеүсеһе билдәһе (1975, 1976) [1]
Хәтер
• 2022 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың Ғүмәр Ғилмановҡа арналған «Ғүмер юлдары исемле китабы донъя күрҙе[3], уның исем туйы Күсем ауылында уҙғарылды[7].
• Күсем ауылының бер урамына Ғүмәр Ғилманов исеме бирелгән[7].
• Педагог йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
- ↑ 1 2 3 ГИЛЬМАНОВ Гумер Гильманович. Электронный ресурс «Шаймуратовцы – воины 112-й кавалерийской дивизии» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
- ↑ 1 2 К 100-летию со дня рождения воина-педагога Гумера Гильманова. Государственное бюджетное учреждение культуры Национальная библиотека имени Ахмет-Заки Валиди Республики Башкортостан (ГБУК НБ ИМ.А.-З.ВАЛИДИ РБ) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
- ↑ Гильманов Гумер Гильманович: истории героя. Проект «Стена Памяти» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
- ↑ Юбилейная награда Гумера Гильманова. POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
- ↑ Награда Гумера Гильманова. POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
- ↑ 1 2 3 В Башкирии прошла презентация книги к 100-летию педагога и краеведа Гумера Гильманова. ИА «Башинформ», 1 августа 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
Һылтанмалар
• Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
• ГИЛЬМАНОВ Гумер Гильманович. Электронный ресурс «Шаймуратовцы – воины 112-й кавалерийской дивизии» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
• К 100-летию со дня рождения воина-педагога Гумера Гильманова. Государственное бюджетное учреждение культуры Национальная библиотека имени Ахмет-Заки Валиди Республики Башкортостан (ГБУК НБ ИМ.А.-З.ВАЛИДИ РБ) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)
• 2019 — год 100-летия Гумера Гильманова 112-ая Башкирская кавалерийская дивизия. Страница в ВК (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2024)