Ғәйзуллин Усман Ғәйзулла улы
Ғәйзуллин Усман Ғәйзулла улы (? 1915 йыл — 29 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон взводының командир ярҙамсыһы[1].
Биографияһы
Усман Ғәйзулла улы Ғәйзуллин 1915 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Дәүләкән районы Мәкәш ауылында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Дәүләкән хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы 2-се эскадронының взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.
1943 йылдың 29 сентябрендә һәләк була. Белоруссия ССР-ы Полесск өлкәһенең Нивки ауылында ерләнгән[1]
Батырлығы
Өлкән сержант Ғәйзуллин Усман Мена станцияһында (Украинаның Чернигов өлкәһендәге ҡала) барған һуғышта взвод яугирҙары менән бергә өйҙә йәшеренеп ут асып ятҡан бер төркөм дошман автоматсыларын юҡ итә. Күрһәткән ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән[2] бүләкләнә..
Ғаиләһе
Өйләнгән, балалары була. Ғәйзуллин Усман Ғәйзулла улының нәҫелен ейән-ейәнсәрҙәре дауам итә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[3] (1943)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Электронный ресурс «Шаймуратовцы-воины 112-й кавалерийской дивизии» Личный состав. Гайзуллин Осман Гайзуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Документы о награждении Гайзуллина Усмана Гайзулловича (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)