Ҡарман ГРЭС-ы

Ҡарман ГРЭС-ы (Ҡарман ДРЭС-ы; Ҡарман дәүләт район электр станцияһы, рус. Кармановская государственная районная электрическая станция) — конденсатлы йылылыҡ электр станцияһы. Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһынан 28 саҡрым алыҫлыҡта, ҡалаға ҡараған Энергетик ауылы янында, Беүә йылғаһы буйында урынлашҡан. «Башҡортостан генерациялау компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт составына инә.

Ҡарман ДРЭС-ы эргәһендә балыҡсылыҡ хужалығы

1980 йылдан Ҡарман ДРЭС-ы ҡарамағында балыҡсылыҡ хужалығы бар. Унда форель, Амур-балыҡ, һаҙан һәм башҡа балыҡтар үҫтерелә. Йылына 700 кг бикре ыуылдырығы етештерелә[1][2][3].

Иҫкәрмәләр