Ҡарһылыу (пьеса)
Ҡарһылыу (рус. Снегурочка(«Весенняя сказка»)) — Александр Островскийҙың әкиәт-пьесаһы, прологы менән дүрт шаршауҙан тора. Драматург 1873 йылдың 31 мартында яҙып бөтә һәм 1873 йылда «Вестник Европы» журналының 9-сы һанында баҫылып сыға.
Сюжеты А. Н. Афанасьевтың «Славяндарҙың тәбиғәткә поэтик ҡараштары» (1867) китабының икенсе томындағы рус халыҡ әкиәтенә нигеҙләнгән.
Тәүге тапҡыр Ҙур театрҙа 1873 йылдың 11 (23) майында ҡуйыла.
Яҙылыу тарихы
«Ҡарһылыу» шиғри пьесаһының барлыҡҡа килеүенә осраҡлы хәл сәбәпсе була. 1873 йылда Бәләкәй театр капиталь ремонтҡа ябыла, һәм уның төркөмө Ҙур театр бинаһына күсә. Император Мәскәү театрҙары менән идара итеү комиссияһы драма, опера һәм балет төркөмдәре ҡатнашлығында спектакль-феерея ҡуйырға ҡарар итә.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бындай пьесаны яҙыу тәҡдиме менән улар А. Н. Островскийға мөрәжәғәт итә, ул халыҡ әкиәтендәге «Ҡарһылыу ҡыҙ» сюжетын ҡулланырға ҡарар итә. Островскийҙың үтенесе буйынса спектаклгә музыканы йәш Петр Чайковский яҙа[1]. Драматург та, композитор ҙа пьеса өҫтөндә ҙур теләк менән, бик тиҙ, тығыҙ ижади бәйләнештә эшләй. Островский «Ҡарһылыу»ҙы 31 мартта — илле йәше тулған көндә тамамлай.
Тәүге тапҡыр пьеса Мәскәүҙә, Ҙур театр сәхнәһендә 1873 йылдың 11 (23) майында төп ролде (Гликерий Федотов) башҡарыусы артист Василий Живокини[2] бенефисында ҡуйыла. «Яҙғы әкиәттең» новаторлығын күп замандаштары аңламай. Островскийҙы реалист һәм сатирик булараҡ беләләр, шуға ла пьеса уның ижад ҡанундарын боҙа, тиҙәр. Пьесаны «мәғәнәһеҙ» һәм «фантастик» тип атайҙар[3].
Н. А. Некрасов, Островский «Ватан яҙмалары» журналында (Отечественные записки) даими баҫылып торһа ла, пьесаны баҫтырыуҙан баш тарта. Уны Михаил Стасюлевич Европа хәбәрҙәрендә («Вестнике Европы») баҫтырып сығара.
Санкт-Петербургта Александрин театры сәхнәһендә тәү тапҡыр 1900 йылдың 27 декабрендә генә, артист Варламовтың бенефисында ҡуйыла.
1881 йылда композитор Н. А. Римский-Корсаков пьеса тексына «Ҡарһылыу» операһын яҙа.
Опера 1882 йылдың 29 ғинуарында Петербургта, 1885 йылдың 8 октябрендә Мәскәүҙә С. И. Мамонтовтың шәхси опера сәхнәһендә ҡуйыла. «Ҡарһылыу»ҙың музыкаль версияһы күпкә популяр булып сыға.
Сюжеты
Берендейҙың тылсымлы батшалығында тау. Айлы төн. Весна-красна ҡоштар оҙатыуында ергә килеп төшә. Урман әле һаман ҡар аҫтында, илдә һалҡын. Ун биш йыл элек Яҙ менән Һыуыҡтың Ҡарһылыу исемле ҡыҙы донъяға килә, шунан башлап асыуланған Ярило-ҡояш Ергә яҡтылыҡ һәм йылылыҡты аҙ бирә. Йәй ҡыҫҡа, ҡыш оҙон һәм ҡаты була башлай. Һыуыҡ килә һәм Яҙға берендейҙар илен ташлап китергә вәғәҙә бирә. Уны кем һаҡлар һуң? Ярило ҡыҙҙың йөрәгендә мөхәббәт уты тоҡандырыу мөмкинлеген көтөп кенә йөрөй. Ата-әсәһе ҡыҙҙарын Берендеевка ауылына балаһыҙ Бакула-бобыл ҡарамағына ебәрергә ҡарар итә. Ҡарһылыу бәхетле, сөнки уны көтөүсе Лелдең һоҡланғыс йырҙары күптән инде кешеләргә әйҙәй. Яҙ һәм Һыуыҡ ҡыҙҙарын һаҡлауҙы Шүрәлегә тапшырып ҡайталар. Берендейҙар төркөмө яҡынлаша. Улар, яҙ етеүенә шатланып, Масленицаны оҙата. Бобыл урмандан сығып килгән Ҡарһылыуҙы күреп ҡала. Ҡыҙ үҙен ҡыҙы итеп алыуын һорағас, Бобыл шатланып риза була.
Көтөүсе Лель Ҡарһылыуҙың үтенесе буйынса йырлай, әммә, дуҫтарының саҡырыуын ишетеп, ҡыҙ биргән сәскәне ырғыта ла сығып китә. Ҡыҙ үпкәләй. Уның эргәһенә күптәнге әхирәте Купава килеп, үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлашырға ашыға. Мизгирь мине ярата, тиҙҙән туйыбыҙ буласаҡ, ти ул. Ҡыҙҙың матурлығына әсир булған Мизгирь Купаванан баш тарта. Алданған кәләш күҙ йәштәре менән бал ҡорттары һәм ҡомалаҡҡа мөрәжәғәт итә һәм рәнйетеүсегә яза биреүҙәрен һорай. Мизгирҙың хыянатына асыуланған халыҡ Купаваға Берендей тигән изге һәм ғәҙел батшанан ярҙам һорарға кәңәш итә.
Батша һарайы. Гусларҙар Берендейҙы данлайҙар. Әммә уның күңеле тыныс түгел: Ярило-ҡояш берендейҙарға нимәгәлер асыулана. Илаһты тынысландырыр өсөн, батша иртәгә, Ярило көнөндә, барлыҡ кәләш һәм кейәүҙәрҙе йәрәштерергә ҡарар итә. Купава килеп инеп, ҡайғыһын һөйләгәс, асыуланған Берендей Мизгирҙе килтерергә бойора һәм уны мәңгегә ҡыуып ебәрергә хөкөм итә. Мизгирь аҡланмай, тик Берендейҙан Ҡарһылыуҙы күрһәтеүҙе генә үтенә. Ҡыҙҙың матурлығы батшаны хайран ҡалдыра. Ҡарһылыуҙың яратмауын белгәс, Ярило-ҡояштың асыуланыу сәбәбен аңлай. Берендей, таң атҡансы үҙен яраттыра алған егет уны ҡатынлыҡҡа ала, тип иғлан итә. Мизгирь ҡыуыуҙы кисектереүҙе һорай һәм ҡыҙҙың йөрәген яуларға ант итә.
Ҡояш байып бара. Берендейҙар йәй яҡынлашыуын байрам итә. Йырҙары өсөн батша Лелгә күңеленә оҡшаған ҡыҙҙы һайларға тәҡдим итә. Лель Купаваны һайлай. Быға Ҡарһылыу бик ҡайғыра. Мизгирь мөхәббәтен белдерә, әммә Ҡарһылыу үҙе аңламаған тойғоға яуап бирә алмай. Мизгирҙе Шүрәле үткәрмәй. Ул урманды сихырлай һәм Ҡарһылыуҙың шәүләһен күрһәтеп, Мизгирҙе үсекләй. Бушап ҡалған яланға Лель менән Купава сыға, хурлыҡтан ҡотҡарғаны өсөн ҡыҙ яңы кейәүенә рәхмәт белдерә. Быны күргән Ҡарһылыу төшөнкөлөккә бирелә. Ул әсәһенән йөрәк йылыһын һорарға хәл итә.
Таң ата. Яҙ ҡыҙының үтенесен үтәй — уға тылсымлы таж кейҙерә. Хәҙер Ҡарһылыу мөхәббәт тойғоһон белә, ә Мизгирь менән яңы осрашыу унда ыңғай тойғо уята. Тиҙҙән ҡояш ҡалҡып сығасаҡ, ата-әсәһенең кәңәштәрен иҫләп, Ҡарһылыу һөйгәнен Ярилоның үҙе өсөн үлемесле булған нурҙарынан ҡасырға ашыҡтыра. Үҙәнгә үҙенең ярандары менән килеп төшкән Берендей ҡояштың тәүге нурҙары күтәрелгән саҡта кәләш һәм кейәүҙәргә фатиха бирә. Мизгирь менән Ҡарһылыу килә һәм ҡыҙ батшаға үҙенең сикһеҙ мөхәббәте хаҡында әйтә. Әммә Ҡар ҡыҙ бәхете оҙаҡҡа һуҙылмай. Кешенең ҡыҙыу хистәрен белгәс, Ярило Һыуыҡ ҡыҙынан үс алырға була. Ҡояш нурҙарының сағыу нуры иртәнге томан аша Ҡарһылыуға төшә. Үлеме яҡынлашыуын алдан белһә лә, ул әсәһенә татлы һөйөү бүләк итеүе өсөн рәхмәтен белдерә. Өмөтһөҙлөккә бирелгән Мизгирь күлгә ташлана. Халыҡ ғәжәпкә ҡала. Әммә тәрән аҡыллы Берендей тыныс: Ҡарһылыуҙың йәшәүе тәбиғәт ҡанундарын боҙоу була; уның мөғжизәле үлеменән һуң Ярило асыуланыуҙан туҡтаясаҡ, һәм илдә бәхетле тормош тергеҙеләсәк. Лель, уның артынан барлыҡ халыҡ, Ҡояшҡа маҡтау йырлай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ `Снегурочка`, музыка к весенней сказке Островского (1873), Op. 12 — Чайковский, Пётр Ильич — слушать онлайн, скачать, ноты
- ↑ Репертуар Малого театра 1870 — 1880 гг. Малый театр. — даты по юлианскому календарю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2023.
- ↑ Леонова, Наталья Михайловна, Литературно-эстетические принципы в драме А. Н. Островского «Снегурочка» Архивная копия от 23 сентябрь 2015 на Wayback Machine
Әҙәбиәт
- Любивая А. Ю. Мифологический образ мира в «весенней сказке» А. Н. Островского «Снегурочка» // Уральский филологический вестник. Серия: Русская классика: динамика художественных систем. — № 6 / 2012. ISSN 2306-7462
- Малоземова Л. Ю. «Снегурочка», «весенняя сказка» А. Н. Островского // Литература в школе, 1994 № 5.
- Островский А. Н. Снегурочка: Пьеса / Вступ. статья, подготовка текста и примечания Л. М. Лотман. — Л.: Сов. писатель, 1989.
- Улыбина Е. В. Особенности отражения календарных обрядов в пьесе А. Н. Островского «Снегурочка» // Анализ художественного текста на школьном уроке: теория и практика. — Ставрополь: СГПУ, 1995. — С. 115—123.