Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы
Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы (31 октябрь 1961 йыл) — уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
Биографияһы
Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев 1961 йылдың 31 октябрендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған. Урта белемде Иҫке Монасип урта мәктәбендә ала.
- 1984 йылда — Сибай педагогия училищеһын
- 1990 йылда — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын
- 2000 йылда — Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.
- Хеҙмәт юлы
- 1984 йылдан — Тимер урта мәктәбендә уҡытыусы
- 1993 йылдан — Яңы Монасип мәктәбендә директор
- 2006 йылдан — Иҫке Монасип урта мәктәбендә директор
- 2010—2014 йылдарҙа — Бөрйән районы хакимиәтендә туризмды ойороштороусы
- 2015 йылдан — Нәби мәктәбендә директор
- 2016 йылдан — Байназар урта мәктәбендә директор
Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улының инициативаһы менән 2017 йылдан алып хоккей турниры уҙғарылып килә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2025)
- Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000)
- «Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2019)
- «Ю. А. Гагарин» миҙалы (2019)
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Маҡтау ҡағыҙы (2009)
Сығанаҡтар
Кутлубаев Ямиль Ишбулдович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 317. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.