Ҡоҙаш (тау)

Ҡоҙаш (рус. Кудашка) — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Ҡолғона ауыл советы биләмәһендә урынлашҡан.

Иң бейек түбәһе- 599,5 м. Тау тоҡомо ҡомташ, алевролиттар, рифей һәүерташтарынан тора.

Тау өҫтө уҫаҡ һәм йүкә ҡатын урмандар менән ҡапланған. Кесе Ҡоҙаш йылғаһының уң яғында ята, унан йыраҡ түгел Р316 юлы үтә (Ҡолғона- Берәтәк юлы) . Төньяғында Мулбой? йылғаһы, көньяғында— Мәрҙәш йылғаһы аға. Икеһе лә Кесе Ҡоҙашҡа ҡоя.

Тау янында элек Ишембай районына ҡараған Ҡоҙаш ауылы булған.Яңы Һәйет ауылы тауҙан көнсығыштараҡ 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тау атамаһы кеше исеменән килеп сыҡҡан (башҡ. Ҡоҙаш (русск. Кудаш)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.