Яңы Сәйет (Башҡортостан)

Яңы Сәйет[2], Яңы Һәйет[3]; рус. Новосаитово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 590 кеше[4]. Ҡолғона ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453233, ОКАТО коды — 80231845004.

Тарихы

undefined

XIX быуаттың 40-сы йылдарында Стәрлетамаҡ өйәҙе Гәрәй-Ҡыпсаҡ улусы Сәйет ауылы башҡорттары (хәҙер ауыл Иҫке Сәйет) үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала[5].

Ырымбур хәрби губернаторының 1847 йылдың 3 ноябрендәге бойороғона ярашлы Сәйет ауылының 132 кешенән торған 12 ғаиләһе Яңы Сәйет ауылын барлыҡҡа килтергән. 1859 йылда уларҙың беренсеһендә (Иҫке Сәйет) 280 кеше һәм 46 йорт иҫәпләнә, икенсеһендә — 136 кеше һәм 24 йорт. Бөтәһе лә — аҫаба. 1920 йылда Иҫке Сәйет ауылында 92 йортта 435 кеше йәшәгән. 1925 йылда Яңы Сәйеттә 16 хужалыҡ була[6].

Ревизия материалдарынан Сәйеттең улдары билдәле : Ильяс (1743—1825), Әлебай (1747—1827), юрта йөҙ башы Йоломбәт, 1769 йылда тыуған, Исмәғил, 1776 йылда тыуған.

Халҡының береһе, 23 йәшлек Дәүләтсура Килдебеков, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк була.

Сәйеттар — малсылар. 260 кеше йәшәгән 50 ихатаға 210 ат, 350 һыйыр, 50 һарыҡ, 18 кәзә тура килә. Умартасылыҡ бөлгөнлөккә төшкән була. Ауылда 4 умарта һәм 6 солоҡ була. Бөтә халыҡҡа 32 бот ужым игене сәселгән[7].

1906 йылда 2 бакалея кибете була.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 100
1959 йыл 15 ғинуар 96
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 112
2002 йыл 9 октябрь 137
2010 йыл 14 октябрь 111

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %)[8].

Географик урыны

Оло Нөгөш һәм Һайбаҡа (Ағиҙел йылғаһы бассейны) йылғалары буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[9]

Урамдары

Урам исеме[10]:

  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)

Рәсемдәр

undefined
undefined

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Башҡорт телендә рәсми теркәлгән исеме. Рәсми белешмә китабының 200-се битендә. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан : Справочник. Уфа : Китап, 2017. — 472 с. : ил. ISBN 978-5-295-06668-9 2020 йылдың 28 октябрь көнөндә архивланған.
  3. «Словар топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 год.» белешмә китабына ингән, ерле һөйләштә, баҫмаларҙа ҡулланылған, әммә рәсми теркәлмәгән исеме
  4. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  5. Башкирская энциклопедия. Ст. Новосаитово. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2016. Архивировано 23 август 2016 года. 2016 йылдың 23 август көнөндә архивланған.
  6. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. С. 168—175, 185
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 131. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  9. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  10. «Налог Белешмәһе» системаһында Яңы Сәйет (Башҡортостан) ауылы

Тема буйынса өҫтәмә