Ҡурға (ауыл)

Ҡурға (рус. Курга) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Наҙы-Петровск районы ауылы. Ҡурға ауыл биләмәһе үҙәге.

География

Ҡурға йылғаһы буйында, район үҙәге Наҙы-Петровск ҡалаһынан 15 км төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 288 метр[2].

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[3]2010[1]
5647

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса урыҫтар һәм башҡорттар йәшәй[4].

Билдәле шәхестәре

  • Корлыханов Николай Иванович (1952), инженер-энергетик, ауыл хужалығы, партия органдары һәм энергетика тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Мәсетле районы «Сельхозэнерго» берекмәһенең баш инженеры; 1979 йылдан «Серп и Молот» колхозының баш энергетигы, 1984 йылдан — партком секретары, 1986 йылдан — колхоз рәйесе; 2000 йылдан ауыл хужалығы продуктары әҙерләү һәм уларҙың сифаты буйынса бүлек инспекторы; 2003—2013 йылдарҙа хәҙерге «БашРЭС-Өфө» йәмғиәтенең Мәсетле участкаһы начальнигы; дүртенсе (2016—2020) һәм бишенсе (2020-2024) саҡырылыш район советы депутаты; 2014 йылдан — Оло Ыҡтамаҡ ауыл советының Ветерандар советы рәйесе, бер үк ваҡытта 2015 йылдан — Оло Ыҡтамаҡ ауылы старостаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Мәсетле районының почётлы гражданы (2020). Сығышы менән Ҡурға ауылынан[5].

Иҫкәрмәләр