Ҡырым-Һарай (ауыл)
Ҡырым-Һарай — Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округындағы ауыл.
Географияһы
Тарихы
1782—1796 йылдарҙа Өфө наместниклығының Өфө өлкәһе Бөрө өйәҙендәге ауыл. 1796—1865 йылдарҙа Ырымбур губернаһы составында. XIX быуатта Бөрө өйәҙенең Касев олоҫона ингән. 1865 йылда Ырымбур губернаһының бер өлөшөнән Өфө губернаһы төҙөлә, Бөрө өйәҙендәге Ҡырым-Һарай уның ҡарамағына күсә. 1922—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Бөрө кантонының Калегин олоҫона ҡарай. 1930 йылда яңы бүленеш буйынса Краснокама районына инә. 1932 йылда был район Ҡалтасы районына ҡушыла. 1935 йылда район ҡабат Ҡалтасы һәм Краснокама райондарына бүленә, 1962 йылда икенсе тапҡыр берләштерелә. 1972 йылда Краснокама районы тағы тергеҙелә һәм Ҡырым-Һарай ауылы ла унда инә. 2006 йылда ауыл Нефтекама ҡалаһы ҡала округына индерелә.
Халыҡ һаны
| 2010[1] |
|---|
| 273 |
1969 йылда Ҡырым-Һарай ауылы халҡы 433 кешенән торған.
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.