Ҡыҙыл (Ҡыҙыл районы)
Ҡыҙыл — ауыл, Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районының административ үҙәге. Өлкәнең көньяғында, Силәбе ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышта (автомобиль юлы буйлап — 348 км), Оло Ҡыҙыл йылғаһының Урал йылғаһына ҡушылған ерҙә, Сибай тимер юл станцияһынан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
Ауылға 1743 йылдың июнендә Ырымбур губернаһы губернаторы И. И. Неплюев тарафынан Троицк — Орск күҙәтеү һыҙығындағы хәрби ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. Исеме Оло Ҡыҙыл йылғаһынан (ҡаялары ҡыҙыл төҫтә булған) алынған.
Ҡыҙыл ҡәлғәһенең барлыҡҡа килеүе Ырымбур губернаһының ҙур биләмәһен үҙләштереү, Урта Азия халыҡтары менән көнсығыш сиктәрҙе һәм сауҙаны нығытыу буйынса Рәсәй империяһының сәйәсәте менән бәйле була. И. И. Неплюев, губернаның Орск һәм Верхнеурал араһын тикшереп, уңайлы урындарҙа ҡәлғә һәм редуттар төҙөргә бойора. Ҡәлғә урындағы оператив-тактик характеристикаларға, һыу сығанаҡтарына, болондарға һәм урмандарға яҡын булыу менән бәйле[3].
XIX быуат аҙағы-XX быуат башында Ҡыҙыл — ике мең самаһы кеше йәшәгән ҙур станица. Уның үҙәгендә Симеон һәм Анны-пәйғәмбәр исемен йөрөткән ташлы сиркәү урынлашҡан, уның тирәләй йылына бер нисә тапҡыр ҙур йәрминкәләр үткәрелгән. Бөтә тирә-яҡтағы ауылдар, Верхнеурал сауҙагәрҙәре, урта Азиянан карауандар килгән. Станицала — 356 ихата, 1919 кеше (1894) йәшәгән; төп шөғөл — балыҡсылыҡ һәм фаянс етештереүгә яраҡлы аҡ балсыҡ сығарыу[3].
XIX быуат уртаһынан хәрби әһәмиәтен юғалтып, казак станицаһына әйләнә[4].
Административ рәүештә Верхнеурал өйәҙе составына ҡарай.
Иҫтәлекле урындары
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ 1 2 Кизильский историко-краеведческий музей | Новости. muzeikizil.chel.muzkult.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2020.(недоступная ссылка)
- ↑ Согласно принятому Положению об Оренбургском казачьем войске от 12.12.1840г.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Как в районе появились памятники Великой Победе | Кизильский Вестник (билдәһеҙ) (29 апрель 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2020.
- ↑ Кизильский историко-краеведческий музей | О музее. muzeikizil.chel.muzkult.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2020.(недоступная ссылка)
- ↑ Женский монастырь святых праведных Симеона Богоприимца и пророчицы Анны - Кизильский женский монастырь (билдәһеҙ). Женский монастырь святых праведных Симеона Богоприимца и пророчицы Анны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2020.