Үтәев Рәшит Зиннәт улы

Үтәев Рәшит Зиннәт улы (10 ғинуар 1940 йыл8 апрель 2022 йыл) — журналист, йәмәғәтсе, шахматсы һәм шашкасы. 1968—2005 йылдарҙа «Баймакский вестник» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1992) һәм Баймаҡ районының Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар (1977) премиялары лауреаты.

Биографияһы

Рәшит Зиннәт улы Үтәев 1940 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Матрай районы[3] Матрай ауылында тыуған.

1964 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

1965 йылдан «Баймакский вестник» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, 1968—2005 йылдарҙа — мөхәррир урынбаҫары[4].

Агросәнәғәт комплексы, ауыл хеҙмәтсәндәре проблемаларын сағылдырған мәҡәләләр авторы.

Интеллектуаль спорт уйындары — шахмат һәм шашҡа менән мауыға, улар буйынса Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы командалары капитаны була, был спорт төрҙәренең төрлө кимәл бәйгеләрендә күп тапҡырҙар еңеүсе һәм призёр[5].

Журналистика ветераны 2022 йылдың 8 апрелендә вафат булды[5].

Китаптары

  • Гәзит — тормош көҙгөһө = Жизнь — газетной строкой. Баймаҡ, 2007.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Баймаҡ районының Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһы лауреаты (1977);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
  • Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1992)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
  2. 1 2 3 4 5 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  3. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы
  4. Башҡорт энциклопедияһы —Үтәев Рәшит Зиннәт улы (Тикшерелеү көнө: 10 апрель 2022)
  5. 1 2 В Башкирии скончался ветеран спортивной журналистики Рашит Утяев (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 апрель 2022)

Һылтанмалар