Үҙәк Европа ваҡыты

Үҙәк Европа ваҡыты (рус. Центральноевропе́йское вре́мя, ингл. Central European Time, CET), ҡайһы саҡта[1] Урта Европа ваҡыты — UTC+1 сәғәт бүлкәте атамаларының береһе. Был ваҡыт менән Европа һәм Төньяҡ Африка илдәренең ҡайһы берҙәре файҙалана.

Тар мәғәнәлә Үҙәк Европа ваҡыты тип Европа илдәрендә һәм территорияларында (Австрия, Албания, Андорра, Бельгия, Босния һәм Герцеговина, Ватикан, Венгрия, Германия, Гибралтар, Дания, Испанияның континент өлөшө, Италия, Косово Республикаһы[2][3], Лихтенштейн, Люксембург, Мальта, Монако, Нидерланд, Норвегия, Польша, Сан-Марино, Төньяҡ Македония, Сербия, Словакия, Словения, Франция, Хорватия, Черногория, Чехия, Швейцария, Швеция) ҡышын UTC+1:00, ә йәйге осорҙа — UTC+2:00 сәғәт бүлкәттәре ҡулланылған ваҡытты иҫәпләү системаһын аңларға була.

Географияһы

Алжир һәм Тунис Үҙәк Европа ваҡытын йыл әйләнәһенә ҡуллана.

Түбәндәге илдәр һәм территориялар ҡышын октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә 1:00 UTC һәм марттың һуңғы йәкшәмбеһендә 1:00 UTC араһында Үҙәк Европа ваҡытын ҡуллана:

Синонимдар

Был бүлкәттә дәүләттәр күп һанлы булыу сәбәпле башҡаса ла билдәләйҙәр:

  • MET (ингл. Middle European Time, Урта Европа ваҡыты) (MET менән бутамаҫҡа — ингл. Middle Eastern Time)
  • «Берлин ваҡыты»
  • MEZ (нем. Mitteleuropäische Zeit)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар