Һалдыбаш

Һалдыбаш — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы[1] һәм Силәбе өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Ҡариҙел йылғаһының һул ярына тамағынан 117 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 79 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ҡариҙел йылғаһы, Павловка һыуһаҡлағысынан Шаҡша биҫтәһендәге һыу үлсәү посына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, һыу бассейны округы — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201212111100023834
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102383
  • Бассейн коды — 10.01.02.012
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Географияһы

Һалдыбаш йылғаһының оҙонлоғо — 79 км, бассейнының майҙаны — 810 км². Инеше Ҡаратау һыртының [3] көньяғында, . Исток находится в 13 км к северо-востоку от посёлка Силәбе өлкәһе Әшә районы Точильный ҡасабаһынан 13 км төньяҡ-көнсығышта ята. Тулыһынса тиерлек Башҡортостандың Нуриман районы буйлап аға, ҡыҫҡа ғына бер өлөшө Иглин районы биләмәһенән үтә.

Үрендә йылға көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай аға, урта ағымында — төньяҡ-көнбайышҡа, түбәнендә — көнбайыш-көньяҡ-көнбайышҡа. Ҡариҙел йылғаһына һул яр буйлап уның тамағынан 117 км алыҫлыҡта һәм Һалдыбаштамаҡ ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 1 километрҙа[4].

Йылға буйында урынлашҡан тораҡ пункттар (инешенән башлап): Яңы Субай, Нур, Никольский, Байкал, Юрмаш, Ҙур Шиҙе һәм Бәләкәй Шиҙе. Бассейнында шулай уҡ урынлашҡан: Саруа, Баш Шиҙе, Михайловка, Иҫке Биәз һәм башҡа ауылдар.

Түбәнге ағымында йылғаны Өфө — Павловка автомобиль юлы киҫә.

Иҫкәрмәләр

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 1 2 РФ һыу реестры: Салдыбаш.
  3. Лист карты N-40-31 Аша. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1978 г.
  4. Лист карты N-40-30 Красная Горка. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.

Һылтанмалар