Һанлы һум
Һанлы һум (рус. Цифровой рубль) — Рәсәй Банкы (Рәсәй Федерацияһының Үҙәк Банкы) эшләгән һанлы валюта (ЦВЦБ; CBDC), Рәсәй милли валютаһының аҡсаның бығаса булған ҡулаҡса һәм ҡулаҡсаһыҙ формаларына өҫтәлмә өсөнсө формаһы. Һанлы һумды Рәсәй Банкы һанлы формала сығарасаҡ. Һанлы һум үҙендә бер үк ваҡытта ҡулаҡса һәм ҡулаҡсаһыҙ һумдарҙың үҙенсәлектәрен берләштерә<[1].
Тарихы
Криптовалюталар үҫеше тулҡынында 2017 йылдың октябрендә «криптоһум» булдырыуҙы технологик тормошҡа ашырыу буйынса хөкүмәт ҡарары проекты әҙерләнә[2].
Халыҡ-ара иҫәп-хисап банкы баһалауынса, 2020 йылға бөтә үҙәк банктарҙың 80 проценттан ашыуы үҙ һанлы валютаһын эшләү менән шөғөлләнгән[3].
2020 йылдың октябрендә РФ Үҙәк Банкы һанлы һум (Үҙәк Банктың Һанлы валютаһы, ЦВЦБ) булдырыуға арналған доклад иғлан итә[1]. ЦВЦБ — криптовалюта түгел, сөнки уны иҫәп-хисап хәүефһеҙлеге гаранты (рус.)баш. булараҡ Рәсәй Банкы үҙәкләштерелгән рәүештә сығарасаҡ тип айырым әйтелә. Һанлы һум берәмеге уникаль һанлы код менән билдәләнәсәк. ЦВЦБ ҡулаҡсаһыҙ һәм ҡулаҡса функцияларын берләштерергә тейеш — уның менән дистанцион рәүештә лә, офлайн-янсыҡ аша ла иҫәпләшергә мөмкин; Һанлы һум 1:1 курсы буйынса ҡулаҡсаһыҙға һәм ҡулаҡсаға конвертацияланасаҡ. Докладта ЦВЦБ мөрәжәғәтен тормошҡа ашырыуҙың 4 мөмкин булған моделе тәҡдим ителә, был кемдең, нисек һәм кемгә аҡса янсығы асыуына һәм иҫәп-хисапты тормошҡа ашырыуына бәйле. Ул саҡта президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков һанлы һумды индереү ваҡытын 3—7 йыл тип билдәләй[4].
2021 йылдың апрелендә РФ Үҙәк Банкы проекттың ағымдағы этабы тураһында отчёт (рус.)баш. бирә. Рәсәй Банкының финанс институттарына аҡса янсығын асыу һәм алып барыу моделе һайлана, улар, үҙ сиратында, клиенттарға аҡса янсығын аса һәм алып бара. 2021 йылдың аҙағына платформа булдырыу планлаштырыла, киләһе йылда унда һанлы һумды һынау башланырға тейеш була[5].
2021 йылдың июнендә Үҙәк Банк 2022 йылдың ғинуарында һанлы һумды һынауҙа ҡатнашасаҡ 12 банкты билдәләй: Аҡ Барс Банк, Альфа-банк, ДОМ.РФ Банкы, ВТБ Банкы, Газпромбанк, Тинькофф Банк, Промсвязьбанк, Росбанк, Сбербанк, СКБ-банк, СОЮЗ банкы, ТКБ банкы[6]. 2022 йылдың 19 ғинуарында тест башлана[7].
2022 йылдың 15 февралендә Рәсәй Банкы һәм баҙарҙа ҡатнашыусылар һанлы һум платформаһын һынауға тотона һәм граждандар араһында һанлы һумдарҙа тәүге аҡса күсереүҙәрҙе уңышлы үткәрә, артабан тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн түләүҙе уның ярҙамында һынап ҡарарға планлаштырыла[8][9].
2022 йылдың 21 апрелендә РФ Үҙәк Банк башлығы Эльвира Нәбиуллина Дәүләт думаһындағы отчёт барышында ил эсендә лә, халыҡ-ара иҫәп-хисаптарҙа ла пилот операцияларын 2023 йылдан алып сикләнгән күләмдә үткәрә башлаясаҡтарын тип белдерә: «Киләһе йылда реаль иҡтисадта һанлы һум менән пилот иҫәп-хисаптарын яйлап үткәрәсәкбеҙ. Һанлы һум иҫәпләүҙәрҙе арзаныраҡ итергә тейеш. Уны халыҡ-ара иҫәп-хисаптарҙа ла ҡулланырбыҙ тип уйлайбыҙ»[10].
2023 йылдың 16 мартында Дәүләт думаһында һанлы һум тураһында закон проекты беренсе уҡыуҙы үтә[11]. 2023 йылдың 20 июнендә РФ Дәүләт думаһы һанлы валютаны килешеү, милек һәм мираҫ объекты тип таныусы закон проектын хуплай[12], ә 11 июлдә икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа һанлы һум индереү тураһында закон ҡабул итә[13].
2023 йылдың 24 июлендә Рәсәй Президенты Владимир Путин һанлы һум индереү һәм тейешле платформа булдырыу тураһында законға ҡул ҡуя. Закондың төп положениелары 2023 йылдың 1 авгусында көсөнә инә[14]. Был Үҙәк Банкка һанлы һум буйынса пилот проектын (рус.)баш. башларға мөмкинлек бирә, унда 13 банктың сикләнгән һандағы клиенттары ҡатнаша[15].
2023 йылдың 3 авгусында Рәсәй Банкы һанлы һум логотибын хуплай[16] һәм видео сығара[17].
2023 йылдың 15 авгусынан һанлы һум реаль операцияларҙа һынала[18].
2024 йылдың 17 июлендә Владимир Путин һанлы һумды файҙаланыу буйынса пилот проектында 11 ҡаланан 12 банк, 600 физик шәхес, 22 сауҙа-сервис предприятиеһы ҡатнашҡанын хәбәр итә. 2024 йылдың июленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, һанлы һум ярҙамында 27 меңдән ашыу күсереү, шулай уҡ ете меңдән ашыу тауар һәм хеҙмәттәр өсөн түләү башҡарылған. Ошоноң менән бәйле Рәсәй Президенты һанлы һумды ҡулланыу өлкәһен киңәйтергә ҡуша[19].
2025 йылдың 28 ғинуарында Финанс министрлығы һәм Ҡаҙнасылыҡ менән берлектә бюджет процесы сиктәрендә Рәсәй Банкыһының һанлы һумдың тәүге һынауҙарын үткәреүе билдәле була. Һанлы һумды күпләп 2025 йылдың 1 июленә сығарыу планлаштырыла, Һәм Рәсәй Банкы бөтә система буйынса әһәмиәтле кредит ойошмаларының ошо ваҡытҡа әҙер буласағын белдерә[20].
2025 йылдың 4 февралендә Рәсәй Банкы мессенджерҙарҙа (рус.)баш. һәм социаль селтәрҙәрҙә һанлы һум тураһындағы мифтарҙың киң таралыуын теркәй. Уның билдәләүенсә, бындай мәғлүмәттәрҙе таратыуҙың төп маҡсаты — һанлы һумға күсеү мәжбүри буласаҡ тип раҫлап, халыҡта паника тыуҙырыу һәм аҡсаның яңы формаһына ышанысты ҡаҡшатыу. Үҙәк Банк был имеш-мимештәрҙе кире ҡаға, һанлы һумдар ҡулаҡсаһыҙ сараларға һәм ҡулаҡсаға өҫтәп сығарыласаҡ, ә уларҙы ҡулланыу-ҡулланмауҙы граждандар үҙҙәре хәл итәсәк, тип айырым билдәләй[21].
2025 йылдың февралендә Үҙәк Банк 2025 йылдың 1 июленән планлаштырылған һанлы һумды киң ҡулланылышҡа индереүҙе кисектерергә ҡарар итә[22].
2025 йылдың 11 апрелендә Үҙәк Банк мутлашыуҙың яңы формаһы тураһында иҫкәртеү менән сығыш яһай: енәйәтселәр ялған интернет-сайттар булдыра һәм һанлы һумдың булмаған программаһына инвестициялар итеп граждандарҙан аҡса йыя[23].
2025 йылдың 30 июнендә Үҙәк Банк 2023 йылдың 15 авгусында старт алған һанлы һумды һынауға тәүге йомғаҡ яһай. 2025 йылдың май аҙағына Үҙәк Банк операторы булған һанлы һум платформаһында ҡатнашыусылар 63 меңдән ашыу күсереүҙәр, тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн 13 меңгә яҡын түләүҙәр яһай, 17 меңдән ашыу смарт-контракт үтәй, тиелә көйләүсе отчетында. Платформала бөтәһе 2500-гә яҡын физик һәм юридик шәхес янсыҡтары асылған — операциялар 150-нән ашыу тораҡ пунктында урынлашҡан 15 банк клиенттары өсөн асыҡ[24].
2025 йылдың 15 июлендә РФ Дәүләт думаһы өсөнсө уҡыуҙа һанлы һумды, шулай уҡ тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн түләү өсөн универсаль QR-кодты әйләнешкә этаплап индереү тураһында закон ҡабул итә. 2026 йылдың 1 сентябренән банктар клиенттарға операциялар үткәреү мөмкинлеген бирергә бурыслы. Йылына 5 миллион һумдан кәмерәк килем алған һатыусылар һанлы һумдарҙы ҡабул итергә тейеш түгел[25]. Яңы законға ярашлы, 2026 йылдан һанлы һумды федераль бюджеттан теләһә ниндәй түләүҙәр өсөн файҙаланырға мөмкин. Был пенсияларға, пособиеларға, стипендияларға һәм бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына ҡағыла.
Һанлы һум логотибы
Баһа
Эксперттар һанлы һумдың төп өҫтөнлөгө тип аҡсаның законһыҙ әйләнеше менән көрәште еңеләйтеүҙе иҫәпләй, сөнки транзакциялар буйынса бөтә мәғлүмәт Рәсәй Банкында һаҡлана; уларҙы асыҡлау өсөн банк күсереүҙәр сылбырының һәр банк-звеноға мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй[28].
РФ Финанс министрлығы башлығы Антон Силуанов һанлы һумды перспективалы тип атаны. Уның ышаныслылығын министр валюта эмитенты булып Үҙәк Банк сығыш яһауы менән аңлата. Силуанов фекеренсә, проект үҙенең асыҡлығы арҡаһында бюджет өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ[29].
«Яков һәм Партнерҙар» (элекке McKinsey) компанияһы эксперттарының һығымталарына ярашлы, бизнес һәм банктар өсөн һанлы милли валютаны индереүҙең дөйөм иҡтисади эффекты — тәү сиратта эквайринг операцияларындағы экономия иҫәбенә — йыл һайын 328 миллиард һумға тиклем тәшкил итеүе мөмкин[30].
- Тәнҡит
«Һаҡлыҡ банкы»аҡсаның һанлы һумға күсеүен 2—4 триллион һумға баһалап, докладты тәнҡитләй, был кредит ставкаларының артыуына килтереүе ихтимал. Ул ваҡытта банктарҙың яртыһы тиерлек һанлы һум булдырыуҙы мәғәнәһеҙ тип иҫәпләйм[31]. Шулай уҡ Һаҡлыҡ банкы яңы валюта формаһының кибертотороҡлолоғо түбән булыуы менән бәйле хәүеф тураһында иҫкәртә. Уны күтәреү өсөн, банк идараһы рәйесе урынбаҫары Станислав Кузнецов күҙлегенән ҡарағанда, 20-25 миллиард һумға төшәсәк уникаль система булдырырға кәрәкСбербанк оценил, во сколько обойдется устойчивость цифрового рубля. 26 август 2025 тикшерелгән. (рус.)</ref>.
«Сколково-РЭШ» үҙәгендә, ыңғай яҡтары менән бер рәттән, һанлы һумды индереү Үҙәк Банктың финанс хеҙмәттәре баҙарына йәлеп ителеүе ихтималлығын күрһәтәләр. Был уның үҙаллыҡ статусын юғалтыуға һәм көйләү функцияһына ҡарата ышаныс юғалыуына килтереүе ихтимал[32]
Макроиҡтисад анализы һәм ҡыҫҡа ваҡытлы прогнозлау үҙәге эксперттары һанлы һумдың банктарҙың ликвидлығын юғалтыуына килтереүе мөмкин тип хәүеф белдерә. 2024 йыл аҙағына физик һәм юридик шәхестәр иҫәбенән кәм тигәндә 9 триллион һум аҡсаның алыныу хәүефе бар[32].
Һанлы һумды индереү хәүефе
ЦВЦБ-ны (CBDC) индереү РФ финанс системаһын монополизациялау, граждандар, ойошмалар һәм дәүләт, муниципаль учреждениелар өсөн аҡса әйләнеше мәсьәләһендә лимиттар билдәләүгә ынтылыу, шулай уҡ аҡсаны төп функцияһынан — туплау функцияһынан мәхрүм итеү мөмкинлеге кеүек хәүефтәргә бәйле. Һанлы һумды индереүҙең тағы ла бер ҡурҡынысы — уны кәрәктән артыҡ көйләү[33].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Цифровой рубль | Банк России. cbr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ Цифровой суверенитет. Зачем правительству понадобился крипторубль (билдәһеҙ). Forbes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ Кисаров И. В. О переходе к цифровому рублю // Вестник Тверского государственного университета. Серия: Экономика и управление. № 1 (53), 2021. С. 198—208.
- ↑ Вершинина О. В., Лабушева Я. Г., Султаниев И. С. Анализ возможностей и рисков введения в обращение цифровых валют центральных банков на примере «цифрового рубля» // Вестник Российского нового университета. Серия: Человек и общество.. — 2021. — № 1. — С. 51—60. (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2025) (рус.)
- ↑ ЦБ наполнит кошельки цифровыми рублями (8 апрель 2021). 13 сентябрь 2025 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ ЦБ выбрал 12 банков для тестирования цифрового рубля. Forbes. (рус.)
- ↑ Некоторые российские банки уже тестируют платежи между физлицами с цифровым рублем - ТАСС. 13 сентябрь 2025 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Цифровой рубль: старт тестирования | Банк России. www.cbr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ В пилотном режиме: в России начались первые испытания цифрового рубля (билдәһеҙ). RT на русском. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ С 2023 года в России планируют начать расчёты в цифровых рублях. ИА REGNUM. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025. (рус.)
- ↑ Госдума приняла в первом чтении законопроект о цифровом рубле. РБК.
- ↑ Анастасия Кузмичева. Госдума одобрила законопроект о наследовании цифрового рубля. РБК (20 август 2025). (рус.)
- ↑ Госдума приняла закон о внедрении цифрового рубля. ТАСС (11 июль 2023). (рус.)
- ↑ Путин подписал закон о внедрении цифрового рубля. ТАСС (24 июль 2023). (рус.)
- ↑ ЦБ РФ начнет пилот с реальными цифровыми рублями после появления законодательной базы. Interfax. (рус.)
- ↑ ЦБ утвердил логотип цифрового рубля. ТАСС (3 август 2023). (рус.)
- ↑ 1 2 Банк России. У цифрового рубля появился логотип. rutube.ru (3 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025. (рус.)
- ↑ ЦБ РФ: о появлении цифрового рубля не знают более 30% опрошенных россиян. Эксперт (журнал) (19 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025. (рус.)
- ↑ Путин поручил перейти к широкому внедрению цифрового рубля. РИА "Новости" (17 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025. (рус.)
- ↑ ЦБ и Минфин провели первые тесты цифрового рубля в бюджетном процессе. 20 август 2025 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ ЦБ зафиксировал всплеск мифов о цифровом рубле в мессенджерах и соцсетях. 20 август 2025 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ ЦБ отложил массовое внедрение цифрового рубля (27 февраль 2025). 20 август 2025 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ ЦБ предупредил о схеме похищения денег через ложные инвестиции в цифровой рубль (11 апрель 2025). 20 август 2025 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Банк России подвел первые итоги пилотирования цифрового рубля. 20 август 2025 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Госдума утвердила внедрение цифрового рубля (15 июль 2025). 20 август 2025 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Фирменный стиль | Банк России. www.cbr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2023. (рус.)
- ↑ ЦБ утвердил логотип цифрового рубля. Ведомости (3 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025. (рус.)
- ↑ Каменская К. В. К вопросу введения Цифрового рубля как инструмента противодействия экономическим и финансовым нарушениям // Инновации. Наука. Образование.. — 2021. — № 25. — С. 77—84. (рус.)
- ↑ Министр финансов России Силуанов назвал создание цифрового рубля перспективным - Газета.Ru | Новости. 26 август 2025 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Инновационный кошелек. Эксперт (14 февраль 2024).
- ↑ Что не так с цифровым рублем: Сбер предупредил о рисках новой валюты (билдәһеҙ). Вести.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 «Полный цикл операций». В России испытали цифровой рубль - Газета.Ru. 26 август 2025 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Четыре главные опасности цифрового рубля. 26 август 2025 тикшерелгән. (рус.)
Әҙәбиәт
- Вершинина О. В., Лабушева Я. Г., Султаниев И. С. Анализ возможностей и рисков введения в обращение цифровых валют центральных банков на примере «цифрового рубля» // Вестник Российского нового университета. Серия: Человек и общество. № 1. — 2021. — С. 51—60. (рус.)
- Каменская К. В. К вопросу введения Цифрового рубля как инструмента противодействия экономическим и финансовым нарушениям // Инновации. Наука. Образование. № 25. — 2021. — С. 77—84. (рус.)
- Кисаров И. В. О переходе к цифровому рублю // Вестник Тверского государственного университета. Серия: Экономика и управление. № 1 (53). — 2021. — С. 198—208. (рус.)
Һылтанмалар
- Цифровой суверенитет. Зачем правительству понадобился крипторубль (билдәһеҙ). Forbes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
- ЦБ анонсировал появление цифрового рубля (ru-RU). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ЦБ задумался о выпуске цифрового рубля (билдәһеҙ). Forbes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
- В России испытают цифровой рубль на практике - Газета.Ru | Новости (ru-RU). 26 август 2025 тикшерелгән.
- Сбербанк опасается роста ставок из-за запуска цифрового рубля (ru-RU) (15 декабрь 2020). 26 август 2025 тикшерелгән.
- Массовое кодирование В России появятся цифровые рубли. Как новая валюта изменит экономику? (ru-RU). 26 август 2025 тикшерелгән.