Һатыусин Сәғит Сәлимгәрәй улы

Һатыусин Сәғит Сәлимгәрәй улы (рус. Сатучин Сагит Салимгареевич; 1 ғинуар 1914 йыл — 12 октябрь 1990 йыл) — совет дипломаты. 1939 йылда Халхин‑Гол йылғаһы янындағы совет‑япон хәрби бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1948) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары (1966) кавалеры.

Биографияһы

Сәғит Сәлимгәрәй улы Һатыусин 1914 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районының) Мерәҫ ауылында тыуған[2].

1932—1933 йылдарҙа Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡыта.

1935 йылда Ырымбур педагогия институтын тамамлай.

Артабан Темәс башҡорт педагогия училищеһында уҡыта. 1938—1939 йылдарҙа Темәс башҡорт педагогия училищеһының директор урынбаҫары вазифаһын башҡара[2].

1939 йылда Халхин-Гол йылғаһы буйындағы совет-япон ғәскәрҙәре араһындағы ҡораллы алыштарҙа, артабан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[2].

1942—1943 йылдарҙа Дәүләкән педагогия училищеһында эшләй. 1946 йылда СССР Сит ил эштәре министрлығының юғары дипломатик мәктәбен тамамлай.

1946—1975 йылдарҙа СССР Сит ил эштәре министрлығында хеҙмәт итә:

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 4 Сатучина Э. С. Сатучин Сагит Салимгареевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Темясовскому педтехникуму — 70 лет

Һылтанмалар