Һағынбаев Ишмырҙа Дәүләткирәй улы

Һағынбаев Ишмырҙа Дәүләткирәй улы (рус. Сагинбаев Ишмурза Давлеткиреевич (1923 йыл — 19 сентябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 62-се кавалерия полкы ҡылыссыһы.

Биографияһы

Һағынбаев Ишмырҙа Дәүләткирәй улы 1923 йылда хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тыуа. 1941 йылда Хәйбулла район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се кавалерия полкында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 19 сентябрендә Украинаның Чернигов өлкәһе Березна ауылы янында Днепрҙы аша сыҡҡанда яуҙа һәләк була. Украинаның Одесса өлкәһе Тарутино районының Березино ауылында ерләнә[2].

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • Память. Башкортостан. Книга 20