Һупайлы урамы
Һупайлы урамы (рус. Сипайловская улица) — Өфөнөң Октябрь районында, Һупайлы микрорайонында урынлашҡан урам.
Урамдың исеме Һупайлы микрорайонынан алынған. Ул көньяҡтан төньяҡҡа һуҙыла, «Аҡбуҙат» ипподромы һәм «Планета» сауҙа үҙәге янында башлана, Ватутин урамы янында тамамлана. Һупайлы урамы Һупайлы торлаҡ массивы сиге буйлап үтә. Ул ҡалаға көньяҡтан инеү урыны.
Инфраструктураһы
Урам буйлап күп ҡатлы торлаҡ йорттар, ҙур сауҙа үҙәктәре урынлашҡан[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Уфе к ТРЦ «Планета» построят лестницу от остановки «Тужиловка» — Новости Уфы и Башкирии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2025. Архивировано 24 июль 2022 года.