Академик Королёв урамы (Өфө)

Академик Королёв урамы (рус. Улица Академика Королёва) — Өфө ҡалаһының Октябрь районы биләмәһендәге Һупайлы биҫтәһендәге урынлашҡан урам.

Көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай һуҙылған. Ҡашҡаҙан мәҙәниәт һәм ял паркы янында Маршал Жуков урамына перпендикуляр йүнәлештә башлана һәм, Юрий Гагарин урамын киҫеп үтеп, Ҡариҙел йылғаһы буйындағы Яр буйы урамына етеп, тамамлана[1]. Һупайлының рөхсәт ителгән тиҙлеге сәғәтенә 60 километр булған дүрт төп транспорт магистраленең (рус.)баш. береһе[2].

Академик Сергей Павлович Королёв хөрмәтенә аталған[1].

Тарихы

Совет ғалимы, ракета-космос системалары конструкторы, академик Сергей Королёв исеме менән урам 1983 йылда йоҡо биҫтәһенә халыҡ күсенә башлаған саҡта атала. Шул уҡ ваҡытта Һупайлының тағы бер урамы Ерҙең беренсе космонавы Юрий Алексеевич Гагарин исемен ала. Яңы урамдарға күренекле ватандаштарыбыҙҙың исемдәрен биреү инициаторҙары (рус.)баш. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе Владимир Унжаков һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы, Өфөнөң баш архитекторы Фәрит Рехмуков була[1].

Инфраструктура

Урамда 64 ҡоролма төҙөлгән, бөтә урам буйлап күп ҡатлы торлаҡ йорттар урынлашҡан. Күп социаль объекттар бар: балалар баҡсалары, мәктәптәр, спорт клубтары, фитнес-үҙәктәр, дарыуханалар, магазиндар, кафелар, ресторандар. Уларҙың ҡайһы берҙәре[3]:

Туҡталыштар

Медицина үҙәктәре

  • Альфа-Стом — 4-се йорт, 1-се ҡат
  • ВЕЛМ — 10/5-се йорт, 1-се ҡат
  • Доктор Павлов клиникаһы — 6-сы йорт
  • Колокольцев Medical Clinik — 2-се йорт
  • 7-се балалар стоматология поликлиникаһы — йорт 26/1, 2-се ҡат
  • 5-се балалар поликлиникаһының өсөнсө бүлеге 2/2, 1-се һәм 2-се ҡаттар

Йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары

  • Домовёнок (көнсығыш аш-һыуы) — йорт 33а
  • KFC тиҙ туҡланыу рестораны — йорт 2а
  • УфаДесерт — йорт 14/1
  • Кафе «Наманган» — йорт 14/1
  • Мангал хаус (шәшлек йорто) — йорт 18/1

Күңел асыу үҙәктәре

  • «Детвора» — 14-се йорт, 2-се ҡат
  • «Развивайка» — 27-се йорт
  • «Сәләм» — 25-се йорт
  • «Шахмат ҡалаһы» шахмат клубы — 14-се йорт
  • «Korolef Fitness» фитнес үҙәге — 14-се йорт

Матурлыҡ салондары

  • Матурлыҡ аураһы — 14-се йорт, 4-се ҡат
  • «Ғәлиә» матурлыҡ студияһы — 31-се йорт, 1-се ҡат
  • Ди ди — 4-се йорт, 1-се ҡат
  • Камиллыҡ — 10-сы йорт, 1-се ҡат
  • Матурлыҡтың универсаль кабинеты, 14-се йорт, 3-сө ҡат
  • Katrin — 10-сы йорт

Сауҙа учреждениелары

  • «Байрам» магазины — 2-се йорт
  • «Булки хауз» магазины — йорт 27-а
  • «Звездный» сауҙа үҙәге — 14-се йорт, 1-4-се ҡаттар
  • «Магнит» магазины — 11-се йорт
  • «Пятерочка» — 4-се йорт

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 город Уфа, улица Академика Королёва. Сайт «Правдом». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 октябрь 2025. (рус.)
  2. улица Академика Королёва. Сайт cartogiraffe.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 октябрь 2025. (рус.)
  3. Все заведения на улице Академика Королёва в Уфе. Сайт ООО «ЗУН». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2025. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.  (рус.)
  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.  (рус.)
  • Егоров П., Чечуха А. Путеводитель по исторической части Уфы. — Уфа: Белая река, 2017. — 208 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-87691-141-4.  (рус.)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар