Юрий Гагарин урамы (Өфө)

Юрий Гагарин урамы[1] (рус. Улица Юрия Гагарина (Уфа)) — Өфөнөң Октябрь районында, Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан. Был — ҡаланың тарихи өлөшө. Урын тураһында тәүге телгә алыуҙар XVIII быуат башына ҡарай. Урам ярайһы уҡ ҙур, 152 йорттан тора. Маршал Жуков урамынан башлана һәм, ярым ҡулса рәүешендә һуҙылып, шул уҡ урамдың икенсе осонда тамамлана. Оҙонлоғо яҡынса 3,38 километр[2].

Урамға исем 1983 йылда, биҫтәгә халыҡ күсеп килер алдынан, күренекле конструктор Сергей Павлович Королев хөрмәтенә тағы бер Һупайлы урамы аталған саҡта ҡушыла[3]. Атамаларҙы Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Владимир Унжаков һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы, Өфөнөң баш архитекторы Фәрит Рехмуков тәҡдим итә.

Урамда инфраструктура бик үҫешкән. Бында төрлө медицина, белем биреү (бер лицей, биш дөйөм урта белем биреү мәктәбе), социаль, ял итеү учреждениелары, шул иҫәптән ике китапхана, шулай уҡ магазиндар, ресторандар, кафелар, баҙарҙар урынлашҡан[4]. Бөтә уңайлыҡтар бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урамда парк зонаһы етешмәй, биҫтәлә йәшәүселәрҙең барыһы ла Гагарин урамын перпендикуляр киҫеп үткән Максим Рыльский урамында яҡын арала ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ваҡытын үткәрә алырлыҡ йәйәүлеләр йөрөй торған парк зонаһы барлыҡҡа килер тип ышана.

undefined

Иҫтәлекле урындары

  • Юрий Гагариндың скафандрҙағы һүрәте менән панно урынлаштырылған 14/1-се йорт. Һүрәттең ҙурлығы 16×18 метр, уның контурҙары стенаға проектор ярҙамында төшөрөлә. Һүрәтте күтәргес техника ҡулланып яһайҙар. Беренсе космонавтың портреты 2013 йылдың сентябрендә барлыҡҡа килә. Рәссамдар эштәренә нигеҙ итеп Юрий Гагариндың йыһанға осҡандан һуң уҡ төшөрөлгән билдәле фотографияһын ала. Граффити авторҙары — Олег Кайбышев, Маруся Мәсәлимова һәм Артур Лукьянов. Идеяны Александр Кайдалов бирә, ә эскиз америка рәссамы Тайлер Джекобсондан үҙләштерелә[5]. Граффитиҙы эшләүгә 122 банка буяу, 77 литр фасад буяуы, 11 литр эмаль һәм бер аҙна ваҡыт китә[6]. 2015 йылдың 14 майында йортта иҫтәлекле таҡтаташ асыла[7]
  • Хәмзә хажи мәсете, Өфөләге мосолман дини ойошмаһы[8]. Ул 10 йыл самаһы хажи Хәмзә Ғәлләмовтың шәхси аҡсаһына төҙөлә. 2006 йылда асыла. Мәсеттә дини байрамдар, дәрестәр, ифтарҙар үткәрелә, намаҙҙар уҡыла. Эргәһендә Никах йорто бар. Унда никах уҡытырға, балаға исем ҡуштырырға мөмкин[9].
  • Мәскәү Матронаһы ғибәҙәтханаһы — адресы буйынса был урамға ҡарамаһа ла, Юрий Гагарин һәм Баязит Бикбай урамдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан[10]. Тәүҙә 2011 йылдың 21 сентябрендә бер көн эсендә ҙур булмаған ағас ҡорам төҙөлә. Таш ғибәҙәтхананы төҙөү һәм тышҡы биҙәкләү эштәре 2020 йылға тамамланһа ла, эске биҙәкләү эштәре 2025 йылда ла бара[11][12].
  • «Ҡоштар» скверы[13] — Гагарин урамы, 50/3-сө йорттағы 130-сы мәктәп янында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 2,2 гектар. Скверҙы Мостай Кәримдең «Күкрәгемдән ҡоштар осорам…» шиғыры стилендә эшләгәндәр. Был идеяны ҡаланың йәмәғәт киңлеген булдырыу буйынса йәмәғәт тыңлауҙарына сығаралар, башланғысты урындағы халыҡ хуплай. Сквер биләмәһендә проект буйынса хоккей, футбол, теннис һәм баскетбол майҙансыҡтары, скейт-парк, тренажерҙар зонаһы, сәхнә, уйын элементтары һәм арт-объекттар урынлаштырыла. Рәсми рәүештә 2022 йылдың июлендә асыла[14].

Иҫкәрмәләр

  1. Список улиц города Уфа (Республика Башкортостан). city-address.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025.
  2. Как зовут тебя улица? Улица Юрия Гагарина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025.
  3. Улицы Уфы. bashenc.online/ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025.
  4. Уфа, Уфимский район, Республика Башкортостан, Россия, ул. Юрия Гагарина. ru.polomap.combashenc.online/ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025.
  5. Дарья Святохина. В Уфе появились «Мать с младенцем» и «Юрий Гагарин» (9 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025.
  6. На портрет Юрия Гагарина на стене дома в Уфе ушло 122 банки краски. ufa1.ru (5 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025.
  7. Гульфия Акулова. В Уфе на улице имени Юрия Гагарина открыли памятную мемориальную доску. ИА «Башинформ» (14 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 октябрь 2025.
  8. Хамзы, мечеть - Религиозные организации и объекты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025.
  9. В загс по мусульманским правилам. ufa1.ru (30 август 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025.
  10. Храм Матроны Московской г. Уфа. s-matrona-ufa.cerkov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025.
  11. Епархия рассказала, в каком сейчас состоянии церковь-долгострой в Уфе. ufa.aif.ru (1 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025.
  12. Продолжается строительство храма в честь св. блж. Матроны Московской. eparhia-ufa.ru (6 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025.
  13. В Уфе завершают обустройство нового сквера «Птицы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025. Архивировано 25 июль 2022 года.
  14. Владимир Леонтьев. В Уфе обновили сквер «Птицы» в микрорайоне «Сипайлово». resbash.ru (14 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2025.