Әбделмәнов Әхмәҙулла Фәйзрахман улы

Әбделмәнов Әхмәҙулла Фәйзрахман улы (рус. Абдульманов Ахмадулла Файзрахманович) (19141944) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы кавалерисы. Гвардия рядовойы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].

Биографияһы

Әхмәҙулла (Әхмәй) Фәйзрахман улы Әбделмәнов 1914 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙендә (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) тыуған.

1942 йылдың 5 декабрендә Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Гвардия сержанты Әбделмәнов Әхмәҙулла Фәйзрахман улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкының гвардия рядовойы.

1943 йылдың 7 ғинуарындағы алыштарҙа хәбәрһеҙ юғала[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Хәтер

Әбделмәнов Әхмәҙулла Фәйзрахман улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Көйөргәҙе районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 951.