Әбдриев Тимерйән Әбдекәй улы

Әбдриев Тимерйән Әбдекәй улы (рус. Абдреев Тимирян Абдукаевич) (1918-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Гвардия старшинаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].

Биографияһы

Тимерйән Әбдекәй улы Әбдриев 1918 йылда Башҡортостандың Шаран районы Биктыш ауылында тыуған[2].

Хәрби хеҙмәте

Ленинград өлкәһе Смольный хәрби комиссариаты фронтҡа оҙата.

16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкында хеҙмәт итә.

1945 йылдың 24 июнендә Еңеү парадында ҡатнашҡан[3].

Наградалары

Хәтер

Әбдриев Тимерйән Әбдекәй улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Шаран районы Биктыш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 1, ящик 2. Номер документа 84

Һылтанмалар