Әбсәләмов Ғәфүр Фәхри улы
Биографияһы
Ғәфүр Фәхри улы Әбсәләмов 1918 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер — Ҡырмыҫҡалы районы) Үтәгән ауылында тыуған.
Ҡырмыҫҡалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.
Ҡыҙылармеец Әбсәләмов Ғәфүр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се полкы 4-се эскадроны писары булып хеҙмәт итә.
1942 йылдың 6 июлендә Курск (хәҙер — Липецк) өлкәһе Тербуны ауылы янында хәбәрһеҙ юғалған[3].
Хәтер
Әбсәләмов Ғәфүр Фәхри улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен ҡаҙып сығарҙы. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар[5].
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Абсалямов Гафур Фахреевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Память народа. Абсалямов Гафур Фахреевич. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Дорога памяти. Абсалямов Гафур Фахреевич 2021 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған.
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
- Братская могила в с. Тербуны
- Тербунский рубеж
Иҫкәрмәләр
- ↑ Абсалямов Гафур Фахреевич
- ↑ Шаймуратовцы. Абсалямов Гафур Фахреевич
- ↑ Память народа. Абсалямов Гафур Фахреевич.
- ↑ РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
- ↑ Братская могила в с. Тербуны