Әбүшаһмин Ғәндәлиф Ғәйнислам улы

Әбүшаһмин Ғәндәлиф Ғәйнислам улы (рус. Абушахмин Гандалиф Гайнисламович) (19221995) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан. Ҡыҙылармеец. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1][2].

Биографияһы

Ғәндәлиф Ғәйнислам улы Әбүшаһмин 1922 йылда Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Яңы Күл ауылында тыуған.

1942 йылда Нуриман районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы составында һуғыша.

Һуғыштан һуң

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, Ғәндәлиф Ғәйнислам улы Әбүшаһмин Башҡорт АССР-ының Нуриман районындағы Баһау Нуриманов исемендәге колхозыда тракторсы-машинист булып хеҙмәт итә.

Юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары айҡанлы, БАССР ауыл хужалығы атҡаҙанған механизаторы почётлы исеменә лайыҡ була, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнә[1].

Наградалары

Хәтер

Әбүшаһмин Ғәндәлиф Ғәйнислам улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Нуриман районы Яңы Күл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 1, ящик 7. Номер документа 84.