Әлимғолов Рәхимйән Рәхимғол улы

Әлимғолов Рәхимйән Рәхимғол улы (рус. Алимгулов Рахимьян Рахимгулович; 1900 — ?) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры. Ҡыҙылармеец. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры[1].

Биографияһы

Рәхимйән Рәхимғол улы 1900 йылда Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Миәкәбаш (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Әнәс) ауылында тыуған.

Башҡорт АССР-ының Миәкә районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла[1].

Хәрби хеҙмәте

Ҡыҙылармеец Әлимғолов Рәхимйән Рәхимғол улы 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы составында фронт юлдарын үтә.

1985 йылда, Еңеүҙең 40 йыллығы уңайынан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Әлимғолов Рәхимйән Рәхимғол улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Миәкә районының Әнәс ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 1, ящик 29. Номер документа 84[5].