Әлмөхәмәтов Әмин Ҡолмөхәмәт улы

Әлмөхәмәтов Әмин Ҡолмөхәмәт улы (рус. Альмухаметов Амин Кульмухаметович; 17 сентябрь 1908 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы 2-се эскадроны политругы. 2-се ранглы техник-интендант. Өлкән лейтенант. «Батырлыҡ өсөн» (1942), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалдарына лайыҡ була[1][2].

Биографияһы

Әмин Ҡолмөхәмәт улы Әлмөхәмәтов 1908 йылдың 17 сентябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ районы Байғужа ауыл Советы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Кинйәбулат ауылында тыуған.

1941 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Әлмөхәмәтов Әмин Ҡолмөхәмәт улы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы 2-се эскадроны политругы булып хеҙмәт итә, 2-се ранглы техник-интендант[2].

1942 йылдың 31 июлендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнгән ҡаһарманлығы тураһында «Халыҡ хәтере» сайтында урынлаштырылған документта:

« Яңы үрләтелгән йәш сәйәси хеҙмәткәр (политработник) булыуына ҡарамаҫтан, иптәш Әлмөхәмәтов эскадрон яугирҙарын һәм командирҙарын ҡаһарманлыҡҡа әйҙәне, үҙен яҡшы ойоштороусы һәм тәрбиәсе булараҡ күрһәтте.

1942 йылдың 9 июленән 10 июленә ҡаршы төндә Әлмөхәмәтов ун бишләгән немец һалдатын юҡ итте һәм бер офицерҙы штык менән сәнсеп үлтерҙе[2].

»

тиелә

1943 йылдың 4 сентябрендә хеҙмәте тамамлана[2]..

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1942)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[1].

Хәтер

Әлмөхәмәтов Әмин Ҡолмөхәмәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ның Ишембай районы Кинйәбулат ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.