Вәхитова Әлфинур Зариф ҡыҙы
Әлфинур Зариф ҡыҙы Вәхитова (ҡыҙ фамилияһы Әхмәлетдинова; рус. Альфинур Зариповна Вахитова: 1931 йылдың 20 ноябре, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы — 2021 йылдың 20 майы, Өфө) — совет һәм Рәсәй шағирәһе, балалар яҙыусыһы һәм журналист. Башҡорт телендә балалар өсөн әҫәрҙәр авторы. Республика матбуғат баҫмаларында, шул иҫәптән «Башҡортостан пионеры» балалар гәзите мөхәрририәтендә эшләй. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы[2]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986).
Биографияһы
1931 йылдың 20 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Килтәй ауылында тыуған. Һуңыраҡ Килтәй ауылы бөтөрөлә[3].
Бала сағы Һарыш ауылында үтә, шунда башланғыс мәктәпте тамамлай. 1952 йылда Йомағужа башҡорт урта мәктәбен тамамлай. Шунан һуң бер йыл дауамында Йомағужа район дауаханаһы амбулаторияһында эшләй[4][5].
1953—1955 йылдарҙа Әбет ете йыллыҡ мәктәбендә, Түбәнге Таш һәм Әлимғол башланғыс мәктәптәрендә уҡыта. 1956—1957 йылдарҙа Салауат медицина училищеһында белем ала[4].
1958 йылда «Совет Башҡортостаны» гәзите мөхәрририәтендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй башлай. 1959—1993 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» республика балалар гәзите мөхәрририәтендә эшләй[6].
Бөтә Союз ленинсы коммунистик йәштәр союзы Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Үҙәк комсомол мәктәбен «Журналистика» һөнәре буйынса тамамлай[6].
Ауырыуҙан һуң 2021 йылдың 22 майында Өфө ҡалаһында вафат була[6].
Ижады
Тәүге шиғыры 14 йәшендә «Ударсы» район гәзитендә баҫыла. Һуңыраҡ әҫәрҙәре «Ленинсы» республика йәштәр гәзитендә донъя күрә[5].
«Сәскә ата гөлдәрем» тигән тәүге шиғырҙар китабы 1962 йылда нәшер ителә. 1966 йылда «Күстәнәс» китабы сыға[6][5].
Шиғырҙары 2007 йылда «Китап» нәшриәтендә донъя күргән Башҡортостан шиғриәтенең «Быуаттар тауышы» антологияһына индерелгән[6].
Китаптары
- Вәхитова Ә. З. Сәскә ата гөлдәрем: шиғырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962.
- Вәхитова Ә. З.. Күстәнәс: балалар өсөн шиғырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966.
- Вәхитова Ә. З. Ёлочка-иголочка: шиғырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1970.
- Вәхитова Ә. З. Кем ғәйепле?: балалар өсөн шиғырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975.
- Вәхитова Ә. З. Хат яҙа беләм: шиғырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983.
- Вәхитова Ә. З. Ғәли бабай баҡсаһы: әкиәттәр (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.
- Вәхитова Ә. З. Дуҫлыҡ утрауы: хикәйәләр, тәржемәләр, инсценировкалар һәм әкиәттәр (баш.). — Өфө: Китап, 2006.[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаанған мәәниәт хеҙмәткәре (1986)[2].
Хәтер
Күгәрсен районының 1-се Йомағужа урта мәктәбе музейында Әлфинур Вәхитоваға арналған мөйөш бар; унда шағирәнең афтографлы китаптары һаҡлана[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
- ↑ 1 2 Вахитова Альфинур Зариповна. Башкирская энциклопедия (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ Вахитова (Акмалетдинова) Альфинур Зариповна (Зарифовна). Литературная карта Республики Башкортостан (1 ғинуар 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ 1 2 Альфинур Зариповна Вахитова. Сайт села Юмагузино (14 август 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ 1 2 3 Библиотечное мероприятие, посвящённое творчеству Альфинур Вахитовой. Культурно-образовательный центр Республики Башкортостан (1 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 В Уфе ушла из жизни детская поэтесса и ветеран журналистики Альфинур Вахитова. Башҡортостан (21 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ Литературная карта Мелеузовского района. Альфинур Вахитова. Мелеузовская централизованная библиотечная система (1 август 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
Әҙәбиәт
- Киньябулатова К. Творчество — детям (баш.) // Башкортостан кызы. — 2004. — № 11.
- Писатели земли башкирской: справочник / сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — С.118.
- Янбек Р. Воспитание словом (баш.) // Башкортостан. — 2001. — 20 ноября.