Әминев Ғәлинур Х.

Әминев Ғәлинур Х. (рус. Аминев Галинур Х.; 1915 — 10 июль 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкының ҡылыссыһы. Ҡыҙылармеец[1].

Биографияһы

Ғәлинур Әминев Х. 1915 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылы) Биштәкә ауылы биләмәһендә тыуған.

Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Ҡыҙылармеец Әминев Ғәлинур 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкының ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә.

Әминев Ғәлинур 1942 йылдың 10 июлендә Курск (хәҙер — Липецк) өлкәһе территорияһында барған дәһшәтле алыштарҙа хәбәрһеҙ юғала[2][3].

Хәтер

Әминев Ғәлинурҙың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ның Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында Әминев Ғәлинур хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен тапты. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә ҡыҙылармеец Әминев Ғәлинурҙың һөйәктәре лә Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнде[сығанаҡ 1841  көн күрһәтелмәгән].

Әминев Ғәлинурҙың исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[сығанаҡ 1841  көн күрһәтелмәгән].