Әминә
Әминә (ғәр) — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар исеме.
Этимологияһы
Әминә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленнә килеп ингән. Мәғәнәһе тыныс тәбиғәтле; ышаныслы, тоғро тигәнде аңлата[1]
Билдәле шәхестәр
Аралбаева Әминә Кәшфи ҡыҙы (22 май 1928 йыл — 27 октябрь 2014 йыл) — башҡорт актёры, театр белгесе. 1950 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999).
Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы (27 июль 1961 йыл) — сәнғәт белгесе, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).
Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы (24 март 1974 йыл) — башҡорт дәүләт эшмәкәре, музыкант-пианист. 2012 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2002). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005)
Әминә Семие Онасья (шулай уҡ Эмине Семие һәм Эмине Вахиде исемдәре аҫтында билдәле, 28 март 1866 йыл — 1944 йыл) — төрөк яҙыусыһы һәм тәүге феминистарҙың береһе.
Бәкерова Әминә Ғәйфулла ҡыҙы (23 ноябрь 1932 йыл — 2013 йыл) — педиатр, 1963—1987 йылдарҙа Өфөнөң 1-се балалар поликлиникаһы табибы. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының ХIII һәм ХVII съездары делегаты. СССР-ҙың халыҡ табибы (1982), Ленин ордены кавалеры (1978). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
Мөхитдинова Әминә Фәсәх ҡыҙы (татар. Әминә Мөхетдинова; 6 сентябрь 1893 йыл) — юрист, СССР-ҙың сәйәси эшмәкәре.
Ефимова Әминә Кәрим ҡыҙы (7 ноябрь 1917 йыл — 18 ноябрь 2000 йыл), химик-органик. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1967), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1981).
Әминә (Әминә ханым) Мәхмүт ҡыҙы Сыртланова (франц. Amina Hanum Syrtlanoff; ҡыҙ фамилияһы Шәйехәлиева йәки Шәйех-Әли; 1884 йыл]] — 1939 йылдан һуң Франция) — йәмәғәт эшмәкәре, шәфҡәт туташы, теософ, Le Humain Droit (№ 840) орденына ингән «Аврора» Париж масондары ложаһы оҫтаһы.
Әпсәләмова Әминә Ғәбделәхәт ҡыҙы (17 август 1958 йыл) — педагогика фәндәре докторы, ВАК доценты.
Әминә ҡатын (рус. Эмине-хатун) — Дулҡадир бейлеге хакимының ҡыҙы, ғосман солтаны Мәхмәт Беренсенең ҡатыны, солтан Морат Икенсенең әсәһе.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 146 бит.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ