Әхмәтов Хәмит Борхан улы

Әхмәтов Хәмит Борхан улы (1 ғинуар 1904 йыл9 сентябрь 1966 йыл) — театр актёры, ҡурайсы. 1924 йылдан Башҡорт драма театры, 1935—1964 йылдарҙа Баймаҡ колхоз‑совхоз театры һәм хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы.

Биографияһынан

Хәмит Борхан улы Әхмәтов 1904 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең[1] Күсей ауылында старатель ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан көтөү көткән, ҡырҙа йөрөгәндә лә ҡурайынан айырылмаған. Ҡаяға баҫып уйнап ебәрһә, Ирәндек бу­йындағы барлыҡ йәйләүҙәрҙә уның ҡурай тауышын ишетер булғандар. Бирғәле исемле оҫта ҡурайсынан башҡарыу серҙәренә өйрәнеүенән тыш байтаҡ йырҙарҙың тарихын да отоп алып ҡалған.

1923 йылдың йәйендә Мәскәүҙә беренсе тапҡыр СССР ауыл хужалығы һәм сәнәғәт күргәҙмәһе асылған. Төрлө милләт вәкилдәре баш ҡалаға килеп, үҙҙәренең көнкүрешен, мәҙәниәт, сәнғәт оҫталығын да күрһәтергә тейеш була. Башҡортостан исеменән был сарала ҡатнашыу хоҡуғы Бөрйән-Таналыҡ халҡы вәкилдәренә бире­лә, һәм делегация составына йәш ҡурайсы Хәмит Әхмәтовты ла индерәләр[2]

1924 йылдан алып Башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

1935—64 йылдарҙа Баймаҡ колхоз‑совхоз театр сәхнәһендә уйнай (хәҙер Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры.

Әхмәтов Хәмит Борхан улы үҙенсәлекле башҡарыу стиленә эйә булған,ҡырыҫ тотанаҡлыҡ, эпик манера, моңло уйнауы менән айыры­лып торған. Репертуарында классик оҙон көйҙәрҙең инструменталь башҡарылыш өсөн варианттары, программалы пьеса‑һүрәтләмәләр һәм йыр‑бейеү көйҙәре булған, «Айүкә», «Баяс», «Ҡарасәс», «Сыңрау торна», «Һыр» көйҙәренең уникаль варианттарын башҡарған.

Ул Х. Ғ. Ғәбитовтың «Ынйыҡай менән Юлдыҡай», Д. Юлтыйҙың «Маҡтымһылыу», «Башҡорт туйы», С. М. Мифтахов­тың «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл» әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә сәхнәгә сыҡҡан.

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы
  2. Ирәндектең моңло балаһы [1] 2018 йылдың 14 апрель көнөндә архивланған..

Һылтанмалар