Әхмәтшин Кәшфулмәғән Әхмәтзакир улы

Әхмәтшин Кәшфулмәғән Әхмәтзакир улы (10 март 1908 — ?) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән лейтенанты, капитан[1][2][3].

Биографияһы

Әхмәтшин Кәшфулмәғән Әхмәтзакир улы 1908 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Үрге Сәрҙек ауылында тыуған[1][2][3].

Ҡыҙыл Армияға 1932 йылдың 1 декабрендә Өфө ҡалаһының Өфө район хәрби комиссариаты (икенсе мәғлүмәт буйынса Архангель район хәрби комиссариаты) тарафынан саҡырыла. Хеҙмәт иткән частәре: Түбәнге-Илим район хәрби комиссариаты, Иркутск өлкәһе, БАССР Дәүләт хәүефһеҙлеге Министрлығы[1][2]. Бөйөк Ватан һуғышында 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы штаб начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[3].

1943 йылдың 31 октябрендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә (ҡаһарманлыҡ күрһәткән көндәре 19.09.1943-28.09.1943; подразделениеның 1943 йылдың 31 октябрендәге 22/н һанлы бойороғо)[1].

СССР Юғары Советы Президиумы 1945 йылдың 19 ғинуарында «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләй (бүләкләүҙәр картотекаһы, шкаф 6, 3-сө йәшник)[1]. Әхмәтшин Кәшфулмәғән Әхмәтзакир улы шулай уҡ орденами Ҡыҙыл Байраҡ ордены (05.11.1954), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (06.11.1947), «1941 — 1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (09.05.1945) менән бүләкләнә[1][2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Сығанаҡтар