Әхмәтшин Сабир Әхмәтша улы
Әхмәтшин Сабир Әхмәтша улы (1907 — 14 ноябрь 1943 йыл) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1][2][3], гвардия ҡыҙылармеецы[4].
Биографияһы
Әхмәтшин Сабир Әхмәтша улы 1907 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Ҡалмаҡтар ауылында тыуған[2][4]. Ҡыҙыл Армияға Салауат район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 7-се гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкында ат тотоусы (пушка арбаһының күсере) булып хеҙмәт итә[4].
1943 йылдың 14 ноябрендә Белоруссияла һуғышта һәләк була. Полесский (хәҙерге Гомель) өлкәһенең Речица районы Смогорин ауылы үҙәгендә, магазин янында туғандар ҡәберендә ерләнгән[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ахметшин С. А. 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Ахметшин 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Память народа. Ахметшин Сабир Ахметшинович
- ↑ 1 2 3 Шаймуратовцы. АХМЕТШИН Сабир Ахметшинович
Сығанаҡтар
- Память народа. Ахметшин Сабир Ахметшинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Шаймуратовцы. АХМЕТШИН Сабир Ахметшинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Ахметшин С. А. 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.