Әхтәмов Кинйәғәли Ғәлләм улы
Әхтәмов Кинйәғәли Ғәлләм улы (1909 йылБашҡортостан Республикаһы Матрай районы (хәҙерге Йылайыр районы) — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944), һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1][2].
Биографияһы
Әхтәмов Кинйәғәли Ғәлләм улы 1909 йылда Башҡорт АССР-ының Матрай районында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың 5 авгусында Матрай район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномент полкында хеҙмәт итә[1].
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 8 авгусында «Батырлыҡ өсөн» миҙалына (7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномент полкы буйынса 1944 йылдың 8 авгусындағы 8/н номерлы приказы) лайыҡ була[1]. Наградлау ҡағыҙында уның ҡаһарманлығы тураһында ошондай юлдар яҙылған:
| СССР Юғары Советы Президиумы исеменән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләргә:
1. Хәрби туҡланыу шоферы, гвардия старшинаһы Әхтәмов Кинйәғәли Ғәлләм улын Навуз ауылынан Люблин ҡалаһына тиклем марш ваҡытында автомашинаһының аварияға осрау һәм ватылыу осраҡтары булмағаны өсөн. 1909 йылғы, башҡорт, ВЛКСМ ағзаһы[1]. |
1945 йылдың 22 сентябрендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә (подразделениеның 1945 йылдың 22 сентябрендәге 11-се номерлы приказы)[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Память народа. Ахтямов Кинзагали Галлямович
- ↑ 1 2 Ахтямов Кинзагали 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Память народа. Ахтямов Кинзагали Галлямович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Ахтямов Кинзагали 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- Шаймуратовцы. АХТЯМОВ Кинзагали Галлямович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)