Биографияһы

Әхтәмов Насип (Насибулла) Сәмерхан улы 1914 йылда Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Ҡылсынбай (Кильчинбаево) ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армия сафына Матрай район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101‑се айырым атлы-артиллерия дивизионында тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә[2].

1942 йылда яраланыу сәбәпле демобилизациялана[2]. 1945 йылда «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, ә 1985 йылда Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Сығанаҡтар