Әхәтова Альбина Хәмит ҡыҙы
Альбина Хәмит ҡыҙы Әхәтова (рус. Ахатова, Альбина Хамитовна; 1976 йылдың 13 ноябре, Никольск (Вологда өлкәһе), Вологда өлкәһе) — Рәсәй биатлонсыһы, 2006 йылда эстафетала олимпия чемпионы, 4 тапҡыр донъя чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1998).
2010 йылдың 6 декабрендә дисквалификация срогы тамамлана һәм Альбина Хәмит ҡыҙы биатлондан китергә ҡарар итә[1]. 34 йәшендә спорт карьераһын тамамлай.
Спорт карьераһы
Тәүге йылдары
Альбина Әхәтова спортсылар, Ленинград физик культура институтын тамамлаусы Хәмит Фәйзрахман улы һәм Татьяна Вениаминовна Әхәтовтар ғаиләһендә тыуған. 1985 йылдан саңғы спорты менән шөғөлләнә, уның беренсе уҡытыусыһы — атаһы Хәмит Әхәтов. 1991 йылда саңғы ярыштары буйынса спорт мастеры нормативын үтәй. 1993 йылда биатлонға килә, был саҡта уға 17 йәш була. Уның тренеры — Леонид Александрович Гурьев[2].
1996—2008 йылдарҙағы сығыштары
Донъя Кубогында 1996 йылдың 13 ғинуарында дебют яһай һәм 56-сы һөҙөмтә күрһәтә.
Тәүге тапҡыр Донъя Кубогы уҙышында (мәрәйҙәр төркөмө) 1997 йылдың 11 декабрендә Швецияның Эстерсунд ҡалаһында шәхси уҙышта (1997—1998 йылдарҙағы Донъя Кубогының 2-се этабында) 17-се һөҙөмтә күрһәтә һәм 30 иң көслө ҡатнашыусы иҫәбенә инә.
1998 йылдың 16 декабрендә Словакияның Брезно ҡалаһында шәхси уҙышта (1997—1998 йылдарҙағы Донъя Кубогының 2-се этабы сиктәрендә) 2-се һөҙөмтә күрһәтә һәм беренсе тапҡыр пьедесталға күтәрелә.
Донъя кубогында беренсе еңеүҙе 2003 йылдың 26 ғинуарында масс-стартта яулай (2002—2003 йылдарҙағы Донъя Кубогының 6-сы этабы, Италияның Разун-Антерсельва коммуннаһы).
Альбина Әхәтова эстафета уҙыштарында 1998 йылда Наганолағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында көмөш миҙал, 2002 йылда Солт-Лейк-Ситиҙағы ҡышҡы Олимпия уйындарында бронза миҙал һәм 2006 йылда Туриндағы ҡышҡы Олимпия уйындарында алтын миҙал яулай. Ольга Пылева допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, миҙалдан мәхрүм ителгәс, Альбина Әхәтова шәхси 15 километрға йүгереүҙә бронза призеры була. 10 километрға эҙәрлекләү уҙышында икенсе бронза миҙалын яулай.
2003 йылда Ханты-Мансийскиҙа үткән донъя чемпионатында Альбина Әхәтова масс-стартта алтын миҙал, шулай уҡ 1999 йылда Ослолағы биатлон буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал һәм 2004 йылда Оберхофта биатлон буйынса донъя чемпионатында 15 километр дистанцияла көмөш миҙал яулай. 1998 йылда команда спринтында һәм 2000 һәм 2003 йылдарҙа эстафетала алтын миҙалдар яулай; 1999 һәм 2004 йылдарҙа эстафеталарҙа көмөш призер.
Шулай итеп, әлеге ваҡытта Альбина Әхәтова Рәсәй биатлонсылары араһында иң титуллыларҙың береһе булып тора, уның активында донъя чемпионатының 10 миҙалы (4 алтын) һәм 5 олимпия миҙалы (1 алтын) бар.
2002/2003 йылдарҙағы Донъя Кубогының дөйөм иҫәбендә икенсе призёр була, шул уҡ миҙгелдә спортсы күмәк стартта уҙыштар иҫәбе буйынса бәләкәй гәлсәр глобуста яулай. Үҙ карьераһында шәхси зачетта Донъя Кубогының 3 этабында еңеү яулай, шулай уҡ 8 тапҡыр икенсе һәм 10 тапҡыр өсөнсө була.
2006/2007 спорт миҙгелен улы (Леонид) тыуыу сәбәпле ҡалдырып тора.
2007/2008 йылдарҙа ҙур спортҡа ҡайта һәм 2008 йылғы донъя чемпионатында ике миҙал яулай[3].
2008—2010 йылдарҙағы дисквалификацияһы
2008 йылдың 4 декабрендә Донъя Кубогы этабында спортсынан «А» допингҡа тикшереү алына, ул ыңғай була. 2009 йылдың 11 авгусында биатлонсы тыйылған препараттар ҡулланыуҙа ғәйепле тип таныла һәм ике йылға дисквалификациялана. Ванкуверҙағы Олимпиадала ғына түгел, Сочиҙағы Олимпиадала ла ҡатнашыу хоҡуғы бирелмәй[4].
Әхәтованың дисквалификация срогы 2010 йылдың 5 декабрендә тамамлана[1]. 2010 йылдың 6 декабрендә дисквалификация срогы тамамланғас, Альбина Әхәтова биатлондан китергә ҡарар итә.
Спорт карьераһын тамамлағандан һуң
Тренер карьераһы
Спорт карьераһын тамамлағас, Альбина Әхәтова ире Максим Максимовтың шәхси тренеры була. 2012/2013 миҙгеленән Төмән өлкәһенең йыйылма командаһында атыу буйынса тренер була.
Йыһаздары
- Винтовкаһы — Anschutz
- Саңғыһы — Fischer
Шәхси тормошо
Альбина Әхәтованың тәүге ире саңғысы Дмитрий Маслов була. Ғаилә ике йыл дауам иткән, шунан һуң улар айырылышырға ҡарар иткән. Ғаиләләрҙең бергә балалары булмаған.
Спортсының икенсе ире биатлон буйынса Рәсәй командаһы табибы Андрей Дмитриев була. 2006 йылда уларҙың Леонид исемле улдары тыуа. Әммә 2009 йылда ғаилә тарҡала. Шул ваҡыт эсендә башланған допинг ғауғаһы айырылышыу сәбәптәренең береһе булғандыр, тигән имеш-мимештәр ҙә тарала.
Әхәтова ысын бәхетен 2013 йылда кейәүгә сыҡҡан Максим Максимов менән таба, шул уҡ йылда йәштәрҙең Анастасия исемле ҡыҙҙары тыуа. Чемпион шәхси блогында йыш ҡына ғаиләһенең һәм балаларының фотоларын урынлаштыра.
2024 йылда Альбина күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр тыуған ҡалаһы Лабытнангиға килә. Ул күптән аэрофобия менән яфаланған, әммә осоуҙан ҡурҡыуын еңгән, хатта тәҙрә төбөндәге ултырғысты һайлаған. Әхәтова килгәндә "Ямал батырҙары" сараһында ҡатнашып, оҙон интервью бирҙе.
2025 йылда спортсы ғаиләһенә, иренә, балаларына күп ваҡыт бүлә, әммә Рәсәй биатлоны донъяһында хөрмәтле белгес булып ҡала[5].
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1998 йылдың 22 феврале)
- Дуҫлыҡ Ордены (22 февраль 2007) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[6]
- "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн"ордены I дәрәжә миҙалы (5 май 2003)— физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2002 Йылда Солт-Лейк-Ситиҙа Олимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[7]
- "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн"ордены II дәрәжә миҙалы (1998)
- Лабытнанги ҡалаһының почетлы гражданы (2006)[8]
- Ямало-Ненец автономиялы округының почётлы гражданы[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Биатлонистка Альбина Ахатова решила завершить карьеру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2010. Архивировано 10 декабрь 2010 года.
- ↑ Ахатова Альбина Хамитовна 2017 йылдың 23 октябрь көнөндә архивланған. // Вести.Ru
- ↑ Сайт Союза иатлонистов России: 17.02.2008 Немецкий финиш Чемпионата в Эстерсунде. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 30 октябрь 2020 года.
- ↑ Biathletes lose doping ban appeals. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2010. Архивировано 4 ноябрь 2012 года.
- ↑ Альбина Ахатова — биография, личная жизнь, фото, новости, биатлонистка, биатлон, олимпийская чемпионка, Россия, сейчас 2025. 24СМИ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ноябрь 2025.
- ↑ Указ Президента РФ от 22 февраля 2007 г. № 204
- ↑ Указ Президента РФ от 5 мая 2003 г. № 502(недоступная ссылка)
- ↑ Почетные граждане / Администрация города Лабытнанги. lbt.yanao.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2019. Архивировано 13 август 2019 года.
- ↑ Почетные граждане. Администрация города Лабытнанги. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ноябрь 2025.
Һылтанмалар
- Официальный сайт Альбины Ахатовой 2011 йылдың 14 ғинуар көнөндә архивланған.
- Статистика на biathlonworld.com
- Журнал PROспорт: «Мама будет стрелять» 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.