Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улы
Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улы (рус. Аглетдинов Имаметдин Аглетдинович; 1905 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 60-сы гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы[1].
Биографияһы
Имаметдин Әғлетдин улы Әғлетдинов 1905 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы) Боғҙан ауылында тыуған.
1941 йылда Миәкә район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра. Яңы ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһына билдәләнә.
Гвардия ҡыҙылармеецы Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улы Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 60-сы гвардия кавалерия полкы яугиры була.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, тыуған колхозында бригадир, колхоз рәйесе вазифаһында хеҙмәт итә[1].
Хәтер
Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[2] һәм БР-ҙың Миәкә районы Боғҙан ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.