1097-се пушка артиллерия полкы

1097-се пушка артиллерия полкы — СССР Ҡораллы Көстәренең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби берләшмәһе. 1942 йылдың февраль-мартында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Табанлыкүл ауылында ойошторола. 1942 йылдың 20 июненән 1944 йылдың 5 июленә тиклем фронтта — үҙ аллы подразделение булараҡ, артабан 161-се пушка-артиллерия бригадаһы составында хәрәкәт итә. Мәскәү янындағы алышта ҡатнаша.

Тарихы

Полк Юғары Баш командование Резервының 120-се миномет полкы базаһында ойошторола. Шәхси состав менән Башҡорт АССР-ында урынлашҡан запас формированиелар иҫәбенә тулылана. Республикала 1097-се менән бер юлы Бүздәк ауылында 1098-се пушка артиллерия полкы ойошторола. Республикала бер үк ваҡытта ике пушка артиллерия полкын ойоштороу мөмкин була, сөнки бында бөтә мобилизация ресурстары — запастағы һәм хәрби-иҫәп белгеслектәре булған артиллеристар була.

1942 йылдың майында полк Молотов заводынан (Мотовилиханан) 1937 йылғы өлгөләге 12 гаубица-пушка ала. Дүрт ай дауамында дошман менән буласаҡ алыштарға ныҡлап әҙерләнәләр.

1942 йылдың 15 июлендә Көньяҡ Урал хәрби округы артиллерияһы командующийы бойороғо буйынса полк Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһына китә. Варшава һәм Малоярославец шоссеһы районында оборона һыҙатына килеп етә[1]. Мәскәү оборона зонаһы коменданты бойороғо буйынса 1097-се пап 1095-се, 1096-сы пап менән бергә 156-сы нығытма частары составына инә. 1097-се пушка-артиллерия полкы Малоярославец — Серпухов, Серпухов — Подольск шоссеһы йүнәлешен һаҡлай.

Төп бурыстары: нығытма районының алғы сигенә алыҫ һәм яҡын урындарҙа дошмандың мотомеханизацияланған частары, артиллерияһы һәм ҙур пехота тупланмалары менән көрәш[2].

1942 йылда совет артиллерияһы 76 миллиметрлы ЗИС-3 пушкаһын ала, уның орудие калибрынан тарыраҡ һәм броняны яндыра торған снарядтары дошман танкыларына ҡаршы һөҙөмтәлерәк эш итергә, уның дзоттарын һәм башҡа объекттарын юҡҡа сығарырға мөмкинлек бирә. Көслө пушка һәм миномет уты дошман позицияларын пыран-заран килтергәндә генә түгел, ә Ҡыҙыл Армияның пехота һәм танкыларының дошман оборонаһы тылына үтеп инеүенә булышлыҡ итә. Артиллерия частары ҙур һөжүм операциялары алдынан һөжүм берләшмәләренә, танк армияларына һәм кавалерия корпустарына беркетелә.

1943 йылдың 4 ғинуарында Мәскәү оборона зонаһы артиллерияһы командующийының телдән бойороғона ярашлы 1097-се пап Волхов фронтына китә. Полк маршруты: Мәскәү — Ярославль — Вологда — Тихвин — Волхов — Войбокало[3].

undefined

13 ғинуарҙа 2-се удар армияһының артиллерия командующийы бойороғо буйынса полк Апраксин ҡаласығы районына ебәрелә[4]. 1942 йылдың ноябренән Ленинград фронты командованиеһы тәҡдиме буйынса «Искра» операцияһына әҙерлек бара. Ленинград һәм Волхов фронттары ғәскәрҙәре алдына Ленинград блокадаһын өҙөү һәм Мга районында дошман төркөмөн тар-мар итеп, Ленинградтың ил менән ныҡлы тимер юл бәйләнешен тәьмин итеү бурысы ҡуйыла. Һөжүм 12 ғинуарҙа төндә совет авиацияһының дошман позицияларына ут яуҙырыуынан башлана.

1943 йылдың 14 ғинуарында 1097-се пушка артиллерия полкы һөжүм итеүсе төркөмдөң флангын тәьмин иткән 80-се уҡсылар дивизияһына дошманды утҡа тотоу менән ярҙам итә. 17 ғинуарға тиклем оҙайлы ҡаты алыштар бара.

17 ғинуарҙа полк 265-се уҡсылар дивизияһының (8-се армия составында) артиллерия начальнигы ҡарамағына күсә һәм көн дауамында артиллерия разведкаһы алып бара, дошман дзоттарын юҡ итә. 1-се батарея (командиры өлкән лейтенант С. Ф. Петриков) — ике дзотты, 2-се батарея (командиры лейтенант И. Л. Яршевский) — бер дзотты, 3-сө батарея (командиры лейтенант Чистяков) ике дзотты юҡ итә. 265-се уҡсылар дивизияһы Гайтолово районынан Мга йүнәлешендә хәрәкәт итә.

18 ғинуарҙа Ленинград һәм Волхов фронттары ғәскәрҙәре 5-се Эшселәр ҡасабаһы (хәҙер тәбиғи ыҙан) янында осраша. Шул уҡ көндө Шлиссельбург та азат ителә.

1943 йылдың 27 ғинуарында немец артиллерияһы тәүлек дауамында полкты туҡтауһыҙ утҡа тота, һөҙөмтәлә ул юғалтыуҙар кисерә.

1943 йылдың 9 февралендә 1097-се пушка артиллерия полкы Мга районының Зенино тирәһенә килә. 54-се армияның артиллерия командующийы бойороғо буйынса полк 281-се уҡсылар дивизияһының артиллерия начальнигы ҡарамағына тапшырыла. 281-се уҡсылар дивизияһы 124-се танк бригадаһы ярҙамында 1943 йылдың 10 февраленән шәхси Смердын операцияһы барышында һөжүмгә күсеп, Виняголовонан көньяҡтараҡ райондан һөжүм итә. Ҙур булмаған уңыштарға өлгәшелә, әммә немецтарҙың 96-сы, 121-се һәм 132-се пехота дивизиялары хәлде тергеҙә, дошмандың Синявин төркөмө тылына сыға алмайҙар.

Ҡыҙыл Армия частарына дошмандың Синявин төркөмө тылына сығыу маҡсатында Васькина Нива, Шапка йүнәлешендә төп һөжүм яһарға тура килә. Беренсе бурыс: Макар бушлығы, Смердыня, Кородыня райондарында ҡаршы торған дошманды тар-мар итеү, Костово, Бородулино сиктәренә сығыу, Любань районында шоссе һәм тимер юлда хәрәкәтте быуыу.

1943 йылдың 10 февралендә полк планға ярашлы атыша. 4-се батарея ике дзотты һәм пулемет ояһын юҡ итә, 5-се һәм 6-сы батареялар берәр дзоттың көлөн күккә осора.

1943 йылдың 11 февралендә 10.00 сәғәттә дошмандың алғы сиген һәм яҡын тылын артиллерия һәм авиация утҡа тота башлай, ул 11.15 сәғәткә тиклем дауам итә.

17 ғинуарға тиклем оҙайлы ҡаты алыштар дауам итә. 18 ғинуарҙа 136-сы уҡсылар дивизияһы, дошманды эҙәрлекләп, 5-се Эшселәр ҡасабаһына бәреп инә. Шул уҡ көндө һуңыраҡ Шлиссельбург азат ителә. Шулай итеп, Ленинград блокадаһы өҙөлә[5]. Ҡала тағы бер йыл ҡамауҙа ҡалһа ла, блокаданы өҙөү менән бөтә Ленинград фронтында хәл күпкә яҡшыра. Дошман ҡаты бомбаға тотоуҙы һәм артиллерия уты яуҙырыуын дауам итә, әммә «Искра» һөжүм операцияһы һөҙөмтәһендә хәрби хәрәкәттәрҙә инициатива тулыһынса совет ғәскәрҙәренә күсә. Ладога күленең көньяҡ ярында 17 көн эсендә 33 километрлыҡ тимер юл һалына, был Ленинградты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе яҡшыртырға мөмкинлек бирә.

Волхов һәм Ленинград фронттары составында 1097-се пушка артиллерия полкы 2-се удар, 8-се, 5-се, 4-се армиялар составында һуғыша, Ленинград блокадаһын өҙөүҙә һәм тулыһынса бөтөрөүҙә ҡатнаша.

undefined

Полктың бөтә шәхси составы «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Полк командирының 1944 йылдың 1 ғинуарындағы 011-н һанлы бойороғо менән 111-се уҡсылар корпусы артиллерия командующийының «Чайка» сауҡалығы районында дошмандың өс амбразуралы дзотын юҡ итеү буйынса махсус заданиеһын уңышлы үтәгәне өсөн орудие расчеттарының береһенең бөтә шәхси составы «Батырлыҡ өсөн» һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.

1944 йылдың 20 мартындағы 2-се Удар армияның артиллерия командующийының 033-н һанлы бойороғо менән командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1097-се пушка артиллерия полкының батарея командиры Изотов Алексей Ефремович — Александр Невский ордены, батарея командиры Ярошевский Иван Андреевич — I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Безуглый Петр Иванович, Подольский Леонтий Петрович — II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, идара взводы командиры Аленченко Михаил Авксентьевич, ут взводы командиры Блинов Георгий Иванович һ.б. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[6].

Барлығы полкта 200 кеше бүләкләнә.

1944 йылдың 8 ғинуарында полк хәрби байраҡ һәм Юғары Совет грамотаһы ала.

1944 йылдың ғинуарында 1097-се пап Октябрь тимер юлының Чудово районында 54-се армияның 44-се уҡсылар дивизияһына ярҙам итә.

5 марттан полк фронттың Нарва участкаһында хәрби заданиелар үтәй.

Хәрби хәрәкәттәр осоронда 1097-се пап 14 орудие һәм артиллерия батареяһын, 2 алты көбәкле минометты, 2000 дошман һалдаты һәм офицерын юҡ итә. 78 артиллерия батареяһы уты тонсоҡторола, 56 дзот һәм инженер нығытмалары емерелә, дошмандың ике келәте шартлатыла.

1944 йылдың 9 июненән Генераль штабтың 1944 йылдың 21 майындағы орг/2/470-се директиваһына ярашлы, полк ике Ҡыҙыл Байраҡлы 161-се армия пушка-артиллерия Гатчина бригадаһын ойоштороуға йүнәлтелә.

Командованиеһы

Командир майор Быченко Авксентий Степанович (1942)

Штаб начальнигы майор Е. Овдиенко (1943)[7]

майор Холедков (1944)

Буйһоноуы

1942 йылдың 1 апреленә 1097-се пушка артиллерия полкы — ойошторолоуҙа һәм тупланыуҙа / Көньяҡ Урал хәрби округы

1942 йылдың 1 майына 1097-се пушка артиллерия полкы / Көньяҡ Урал хәрби округы

1942 йылдың 1 авгусына 1097-се пушка артиллерия полкы / Мәскәү хәрби округы

1943 йылдың 1 ғинуарына 1097-се пушка артиллерия полкы / Мәскәү оборона зонаһы

1943 йылдың 1 февраленә 1097-се пушка артиллерия полкы / 8-се армия / Волхов фронты

1943 йылдың 1 мартына 1097-се пушка артиллерия полкы / 52-се армия / Волхов фронты

1943 йылдың 1 апреленә 1097-се пушка артиллерия полкы / 4-се армия / Волхов фронты

1943 йылдың 1 июленә 1097-се пушка артиллерия полкы / 4-се армия / Волхов фронты

1943 йылдың 1 авгусына 1097-се пушка артиллерия полкы / 8-се армия / Волхов фронты

1943 йылдың 1 сентябренә 1097-се пушка артиллерия полкы / 4-се армия / Волхов фронты

1943 йылдың 1 ноябренә 1097-се пушка артиллерия полкы / 4-се армия / Волхов фронты

1943 йылдың 1 декабренә 1097-се пушка артиллерия полкы / 54-се армия / Волхов фронты

1944 йылдың 1 мартына 1097-се пушка артиллерия полкы / 54-се армия / Ленинград фронты

1944 йылдың 1 апреленә 1097-се пушка артиллерия полкы / 2-се удар армия / Ленинград фронты

1944 йылдың 1 майына 1097-се пушка артиллерия полкы / 2-се удар армия / Ленинград фронты

Иҫкәрмәләр

  1. Бессмертный подвиг подольских курсанто. last-frontier.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2025.
  2. Распоряжение коменданта Московской зоны обороны №01888 от 21.07.1942 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2025. Архивировано 8 сентябрь 2021 года.
  3. Оборонительные рубежи вокруг Москвы в 1942 году. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2025. Архивировано 8 сентябрь 2021 года.
  4. Апраксин городок. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2025. Архивировано 8 сентябрь 2021 года.
  5. 18 января – день прорыва блокады Ленинграда. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2025.
  6. Списки награжденных орденами и медалями. Приказ артиллерии 2-й Ударной армии № 003-Н от 20 марта 1944 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2025. Архивировано 8 сентябрь 2021 года.
  7. Отчёт о боевой деятельности 1097 пап. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2025. Архивировано 8 сентябрь 2021 года.

Әҙәбиәт

  • М. А. Бикмеев. Башкортостан в горниле Великой Отечественной войны1941-1945 годов. Воинские формирования Башкортостана. — Уфа: Китап, 2020. — 240 с. — ISBN 978-5295-07429-5.