1098-се пушка артиллерия полкы

1098-се пушка артиллерия полкы — СССР Ҡораллы Көстәренең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби берләшмәһе. Апрель-июнь айҙарында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районында ойошторола[1]. 1942 йылдың июленән Калинин һәм Көнбайыш фронттарында 30-сы, 58-се, 39-сы, 41-се, 43-сө армиялар составында һуғыша. Мәскәү өсөн алышта, Ржев алышында (1942—1943), Смоленск өлкәһен азат итеүҙә (1943) ҡатнаша.

Тарихы

Полк Башҡорт АССР-ының Бүздәк районында Бүздәк ауылында (Көньяҡ Урал хәрби округы) 1942 йылдың апрель-июнендә 1097-се пушка артиллерия полкы менән бер үк ваҡытта ойошторола[2].

Көньяҡ Урал хәрби округына 1942 йылдың ғинуарынан Башҡорт АССР-ы һәм Чкалов өлкәһенән тыш Ҡаҙаҡ ССР-ының бер нисә төньяҡ өлкәһе инә.

1942 йыл

Полк Калинин фронтына 1942 йылдың 25 июлендә килә һәм Калинин фронтының 30-сы армияһы ҡарамағына тапшырыла (1942 йылдың 19 сентябренә тиклем). 1942 йылдың 27 июлендә 1098-се пап (ҡайһы берҙә уны 2/1098-се пап тип билдәләйҙәр, моғайын, 1098-се пап-тың икенсе ойошторолоуы булғандыр) 30-сы армияның АДД-3 (алыҫ араға атыусы артиллерия) составына инә.

Полк составында 84 урта командир, 166 кесе командир, 473 ҡыҙылармеец була.

Полктың матди өлөшө: 1937 йылғы 152 миллиметрлы пушка-гаубица — 12 дана, тракторҙар — 15 (штат буйынса 24 тейеш), автомашиналар — 18 (66 урынына). Йөк ташыу сараларының етешмәүе яңы терәк пункттарын һайлағанда һәм оҙайлы марштар ваҡытында ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Полк штабы Калинин өлкәһенең Киев ауылынан көньяҡтараҡ урманда урынлаша.

Яңы Семеновская, Свиньино участкаһында дошмандың оборонаһын йырыусы 30-сы армияның 2-се гвардия уҡсылар дивизияһына (командующийы генерал-лейтенант Д. Д. Лелюшенко) ут менән ярҙам итергә, дошман батареяларын һәм штабтарын юҡ итергә, схемаға ярашлы утҡа тотоу алымдарын әҙерләргә бойороҡ килә. 30 июлдә беренсе юғалтыу була — ҡыҙылармеец һәләк була.

undefined

1942 йылдың 31 июлендә 2-се гвардия уҡсылар дивизияһы артиллерия һәм танктар ярҙамында дошман оборонаһының алғы һыҙығын өҙә һәм Полушкино, Галахово, Тимофеево сиктәренә сығып, ҡаршы яҡтың көслө уты аҫтында туҡтатыла. Артабанғы көндәрҙә 1098-се пап дошмандың ут нөктәләрен юҡ итеү буйынса бурысты үтәй.

1942 йылдың 1 авгусынан 19 сентябренә тиклем 30-сы армия составында — Калинин, ә 31 августан Көнбайыш фронтта була. Ржев эргәһендәге оборона алыштарында ҡатнаша.

4 августа подразделениелар хәрби урынлашыуҙы үҙгәртә. 1-се һәм 3-сө батареяларҙың ут нөктәһе — Старшевицы ауылы районында. 6-сы батареяның ут нөктәһе — 217, 6 билдәһе янында. Полк Галахово (Тверь өлкәһенең Ржев районы) һәм Хариноны утҡа тота.

5 августа 4 ҡыҙылармеец яралана, ҡыҙылармеец Субинов һәләк була.

6 августа 2-се гвардия уҡсылар дивизияһы Полунино, Галахово, Тимофеево йүнәлешендә һуғыштар алып бара.

1098-се пап дошмандың 4 батареяһын, 1 дзотты юҡ итә.

1942 йылдың 7 авгусында полк Полунино һәм Галахово ауылдары районында дошман пехотаһына ҡаршы ут аса. 2-се гвардия уҡсылар дивизияһының танктар ярҙамында яңы һөжүмгә ынтылышы дошмандың көслө миномет һәм пулемет уты менән туҡтатыла.

undefined

12 августа 1098 пап уты менән бронепоезд уты баҫтырыла.

1098 йылдың 13 авгусында пушка артиллерия полкы 375-се уҡсылар дивизияһының Ржевҡа һөжүмен ут менән тәьмин итә. Ржевтан төньяҡ-көнсығыштараҡ ғәскәрҙәргә ут асыла. Полктың 6 яугиры һәләк була[3].

14 август. Яңы хәрби күсенеүҙәр: Денисовканан 1,5 километр төньяҡ-көнбайыштараҡ 2-се һәм 3-сө батареяларҙың ут нөктәләре урынлаша. Полк тәүлек дауамында ут яуҙыра, 4 батарея юҡҡа сығарыла (Ржевтың төньяҡ сигендәге Зелёнкино совхозы районында).

15 августа дошмандың 4 батареяһының уты баҫтырыла, пехотаны утҡа тоталар.

21 августа 375-се уҡсылар дивизияһы Ржевҡа һөжүм итә, бер нисә тораҡ пунктты биләй. Полк көн дауамында Ржевтан көньяҡ-көнсығыштараҡ күперҙе утҡа тота.

23 августа полк тәүлек дауамында реперҙарҙы утҡа тота. АДД-3 штабының 1942 йылдың 22 авгусындағы бойороғо буйынса полк 220-се уҡсылар дивизияһының һөжүменә булышлыҡ итә, дошмандың Волганың һул ярына сығыуына һәм дошман резервтарының яҡынлашыуына юл ҡуймау бойороғон үтәй.

1942 йылдың 29 авгусында Ржевтан көнбайыштараҡ йүнәлештә һөжүм иткән 16-сы уҡсылар дивизияһына ут менән ярҙам итә (201, 4 бейеклеге; Дураково, Хамино, Скворцово, Доброе). 4 батареяның уты баҫтырыла.

1942 йылдың 31 авгусынан Көнбайыш фронты составындағы 30-сы армия Ржев янында биләгән позицияларын ныҡлы тотоп тора.

1098-се пап 1 октябрҙән 19 октябргә тиклем Калинин фронтының тарҡатылған 58-се армия базаһында ойошторолған 39-сы армияһын (генерал-майор А. И. Зыгин) ут менән тәьмин итә.

1942 йылдың 20 октябренән 1943 йылдың 19 мартына тиклем 1098-се пап 41-се армия составында һуғыша (1942 йылдың май-декабре — генерал-майор Г. Ф. Тарасов).

1942 йылдың майынан ноябренә тиклем армия Белый ҡалаһынан көнбайыштараҡ һәм көньяҡ-көнбайыштараҡ оборона тота. Ноябрҙә 41-се армия Калинин (Пуркаев) һәм Көнбайыш (Конев) фронттарының Икенсе Ржев-Сычев операцияһында («Марс» операцияһы) ҡатнаша. Командование ниәте буйынса улар Ржев-Вязьма сығынтыһының төньяҡ-көнбайыш яртыһын алырға тейеш була. 20-се армия — Вазуза йылғаһының көнсығышынан, ә 41-се армия Белый ҡалаһынан көнсығышҡа табан хәрәкәт итә.

undefined

1941 йылдың ноябрендә 1098-се пушка артиллерия полкы АДД-41 составына инә. Полктың хәрби эшмәкәрлеге Бердяево, Гризодубово, Морозово райондарында йәйелдерелә.

1942 йылдың 14 ноябренән 22-һенә тиклем 1098-се пап 179-сы уҡсылар дивизияһының АДД төркөмөн тәшкил итә. 1942 йылдың 22 ноябренән полк Белый ҡалаһы эргәһендә Выдра, Дмитриевка ауылдары районында урынлаша. Полктың эшмәкәрлеге оборонаның алғы сиген төн дауамында ут һөжүме менән эшкәртеүгә ҡайтып ҡала. 41-се армия частары дошманды ҡайһы бер нығытылған тораҡ пункттарҙан ҡыуып сығара. Дошман үҙенең Выползово — Будино — Попова Роща — ауыл хужалығы мәктәбе һ. б. оборона һыҙаттарын нығытыу өсөн Белый ҡалаһынан юл буйлап резервтар килтерә. Операция башланыу менән дошман минометтары ҙур әүҙемлек күрһәтә.

22 ноябрҙән яңы районда АДД-41 төркөмө составына инеп, 1098-се пап унда нығытмаларҙы емереү, дошман батареялары утын баҫтырыу һәм уның ғәскәрҙәре көстәрен юҡ итеү буйынса бурыстарҙы үтәй. 11 ноябрҙән дошмандың 4 артбатареяһы, 2 миномет батареяһы юҡ ителә.

Юғалтыуҙар: 3 ҡыҙылармеец-телефонсы ауыр яралана, 2 кеше бешеү һәм иҫке яралары арҡаһында госпиталгә китә.

Ауыр алыштар һөҙөмтәһендә шәхси состав 25 процентҡа (175 кеше) кәмей. Полк механик техникаға бәйле ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. Полкка килгән бөтә тракторҙар капиталь ремонтҡа мохтаж була. Элемтә саралары менән ҙур проблема тыуа, элемтәселәрҙең булмауы ут менән идара итеүгә ҡамасаулай. Полк командиры Олейник хәрби донесениеһында командирҙар составының һәм полк яугирҙарының яҡшы әҙерлеген, уларҙың эштәренең яйға һалыныуын билдәләй.

25 ноябрҙә Белый тирәһендә 41-се армия генерал Й. Харпеның 41-се танк корпусына һөжүм итә. 1098-се пушка артиллерия полкы 41-се армияның пехота һәм танкыларының дошман оборонаһын өҙөүгә йүнәлтелгән һөжүмен ут менән тәьмин итә.

undefined

Ленинград яғынан был районға ашығыс рәүештә күсерелгән М. Фреттер-Пиконың 30-сы немец корпусы частары 41-се армия ғәскәрҙәренең бер өлөшөн уратып ҡамап ала. Ҡамауҙағы алыштар 15 декабргә тиклем, унда ҡалған частар бөтә техникаһын тиерлек юғалтып, армияның төп көстәренә сыға алғансы, дауам итә[4].

41-се армия (Калинин фронты) алдына дошмандың Белый ҡалаһынан төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа һөжүменә һәм уның 39-сы армияның тылына янауына юл ҡуймау бурысы ҡуйыла. 41-се армияға составында танк корпустары булған «Үҙәк» армиялар төркөмөнөң 9-сы армияһы частары ҡаршы тора. Дошман артиллерияһының төп төркөмдәре Белый ҡалаһының көньяҡ ситендә, Хирево, Мочальниково ауылдарында урынлаша. Был осорҙа 1098-се пап күҙәтелгән шартлауҙар билдәләре, шулай уҡ күҙәтелмәгән сәптәр (карта буйынса) буйынса артиллерия уты яуҙыра.

1943 йыл

1943 йылдың башында 1098-се пап Смоленск өлкәһендәге Бельский районының Цицино ауылы тирәһендә була, дошмандың ут позицияларын баҫтырыу һәм уның пехотаһын юҡ итеү буйынса бурыстарҙы үтәй.

undefined

1943 йылдың мартында 41-се армияның тулыландырылған ғәскәрҙәре 1943 йылда Ржев-Вязьма операцияһында ҡатнаша, уның барышында немец ғәскәрҙәренең Ржев-Вязьма плацдармы юҡ ителә.

3 мартта полк Выдра ауылынан көнбайыштараҡ яңы дислокация урынын биләй.

1943 йылдың 5 мартында 1098-се пап уҡсылар частарының һөжүменә ут менән ярҙам итә. Дошмандың ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, 41-се армия частары түбәндәге тораҡ пункттарҙы яулап ала: Лосьмино, Могильцы, Веревкино, Нестерово (Тверь өлкәһе). 1098-се полк Дубровка, Шипарево йүнәлешендә дошманды артиллерия утына тота. Үҙенең уты менән армияның Красногородка, Куркино, Дубровка (Смоленск өлкәһе) райондарында хәрби бурыстарҙы үтәүен тәьмин итә.

Операция тамамланғандан һуң 41-се армия ғәскәрҙәре 39-сы һәм 43-сө армияларға тапшырыла. 1943 йылдың 9 апрелендә 41-се армия тарҡатыла.

1943 йылдың 20 мартынан 19 октябренә тиклем 1098-се пап 43-сө армия составында һуғыша (генерал-лейтенант К. Д. Голубев), Смоленск өлкәһен азат итеүҙә ҡатнаша (Смоленск операцияһы, 7.08.—2.10.43)

Был осорҙа 1098-се пап нығытмаларҙы емереү, дошман батареялары утын баҫтырыу һәм уның ғәскәрҙәрен юҡ итеү буйынса бурыстарҙы үтәй.

undefined

1943 йылдың 22 сентябрендә Калинин фронты ғәскәрҙәре тарафынан Духовщина-Демидов операцияһы барышында ҡала 43-сө, 3-сө һауа армияһы көстәре һәм алыҫтан һөжүм итеүсе авиация тарафынан азат ителә. 1098-се пап артиллеристары был операцияларҙың уңышына ҙур өлөш индерә. Совет территорияһын дошмандан азат итеүҙә ҡатнашҡан артиллеристарҙың батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге иҫтәлегенә күп кенә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы артиллерия орудиелары-һәйкәлдәре ҡуйылған.

1943 йылдың 1 ноябрендә 1098-се пушка артиллерия полкы 26-сы гвардия пушка-артиллерия бригадаһын ойоштороуға йүнәлтелә[5].

Полктың айырым хәрби берәмек булараҡ эшмәкәрлеген туҡтатыу совет командованиеһы тарафынан ҙур һөжүм операцияларын планлаштырыу һәм тормошҡа ашырыу шарттарында (1943—1945 йй.) артиллерияла ойоштороу-структура үҙгәрештәрен үткәреүгә бәйле була.

Командованиеһы

Командир

  • Майор Олейник (июнь 1942-)

Штаб начальнигы

  • Майор Бахолдин
  • штаб начальнигы вазифаһын башҡарыусы лейтенант Голубев (декабрь 1942 й.)
  • майор Тимонин (сентябрь 1943 й.)

Полк военкомы

  • Батальон комиссары Синицын (июль 1942 й.)

Иҫкәрмәләр

  1. 1098-й пушечный артиллерийский полк. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2025. Архивировано 11 сентябрь 2021 года.
  2. Башкирия в годы Великой Отечественной войны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2025. Архивировано 11 сентябрь 2021 года.
  3. А. Твардовский. Я убит подо Ржевом. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2025. Архивировано 11 сентябрь 2021 года.
  4. Ржевско-Вяземский выступ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2025. Архивировано 11 сентябрь 2021 года.
  5. Перечень № 13 войск в период Великой Отечественной войны. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2025.

Әҙәбиәт

Башкирия в годы Великой Отечественной войны. Сборник документов и материалов / Сост. Т. X. Ахмадиев, Г. Д. Иргалин, Н. П. Каменев, Г. Р. Мухаметдинов. — Уфа. Китап, 1995. — 18 000 экз. — ISBN 5-295-01542-4