Basic Boy

Окунев Максим Игоревич (йышыраҡ Basic Boy (рус. Бэйсик Бой) псевдонимы менән билдәле; 1993 йылдың 23 ноябре, Өфө) — Рәсәй рэп-башҡарыусыһы, текстар авторы, YungRussia йәш рэп-башҡарыусылар хәрәкәтенең элекке ҡатнашыусыһы һәм «Dopeclvb» ижади берләшмәһенең ғәмәлдәге ағзаһы.

Биографияһы

1993 йылдың 23 ноябрендә Өфөлә тыуа. Христианлыҡ ҡиммәттәре көслө булған ябай ғаиләлә үҫә. Ата-әсәһе улының ижади ынтылыштарын хуплай.

Үҫмер йылдарында йыш ҡына рок һәм ню-металл, бигерәк тә «Korn» һәм «Limp Bizkit» коллективтарының ижадын тыңлай. 2010 йылда граффити менән мауығып китә һәм сәнғәттең был төрө буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Был мауығыу нигеҙендә Глеб Решетнёв менән таныша, ул хәҙер Glebasta Spal псевдонимы менән сығыш яһай[1].

Шул уҡ йылда «Stones Throw Records» лейблы башҡарыусыларының, атап әйткәндә, Madlib’а һәм J Dilla-ның ижады менән таныша, улар уның хип-хопҡа ҡарашын үҙгәртә[1]. Шул ваҡытта Максим һәм Глеб үҙ йырҙарын яҙырға ҡарар итә. Улар өс кешенән торған «Good Times» ижади коллективына туплана. Урта дөйөм белем алғандан һуң Максим Өфө университетының инглиз теле йүнәлешле филология факультетына уҡырға инә.

Шәхси тормошо

Basic Boy өйләнгән, ҡатыны — Крис, рэперҙың менеджеры булып тора.

Карьераһы

«Dopeclvb» ижади берекмәһе — «Superlove» мини-альбомы

2012 йылда "Dopeclvb"тың лидеры i61 саҡырыуы буйынса ошо музыкаль берекмә составына инә. Максим, үҙ сиратында, унда Glebasta Spal һәм Thomas Mraz-ды саҡыра. Шулай уҡ берләшмә составына Fvckfish һәм Golden Phill ингән була[1]. Шул уҡ ваҡытта Максим datYYOUNG псевдонимын ала һәм Dopeclvb (рус.)баш. составында Dopetape тәүге микстейбын донъяға сығара, ул автор һәм популяр сит ил инструменталь музыка оҙатыуында яҙҙырыла. Ул осорҙа «ASAP Mob» һәм «Odd Future» ижади берләшмәләре ҙур популярлыҡ яулай башлай, улар йәш өфөләр өсөн ижадта йүнәлеш булып тора[1].

2013 йылда «Dopetape 2» берләшмәһенең икенсе микстейбы сыға, унда Максим Basic Boi псевдонимы менән сығыш яһай. Был музыкаль релиз алдағыһы кеүек үк яҙҙырыла.

2014 йылдың 22 ғинуарында псевдонимын, һуңғы хәрефен үҙгәртеп, Basic Boy тип ала һәм үҙенең B#Y (Boy тип уҡыла) исемле тәүге соло микстейбын сығара, ул эксперимент сифатында тулыһынса инглиз телендә яҙҙырыла[1]. Шул уҡ йылда Максим һәм бөтә «Dopeclvb» ижади берләшмәһе «YungRussia» йәш рэп башҡарыусылар хәрәкәтенә ҡушыла[2][3], унда шулай уҡ Pharaoh, Mnogoznaal, Jeembo, Boulevard Depo һәм башҡалар инә.

2015 йылдың 23 апрелендә «Dopeclvb» берләшмәһе Dop3tape өсөнсө микстейбын ижад итә[4]. Был музыкаль релизды яҙҙырыуҙа шулай уҡ Jeembo, TVETH һәм Pharaoh ҡатнаша. 2015 йылдың 1 октябрендә Glebasta Spal менән берлектә Вишнёвый сок исемле мини-альбом сығаралар, унда Thomas Mraz ҡунаҡ сифатында бер куплет йырлай.

2016 йылда Максим Глеб менән ныҡлы хеҙмәттәшлек итә. Апрелдә Glebasta Spal менән берлектә Девочка Интернет трегына тәүге музыкаль видеоклибын төшөрәләр[5], ул берләшкәндәренән алып һуңғы микстейпҡа (рус.)баш. инә, ә 3 айҙан уларҙың GPRS исемле берлектәге икенсе мини-альбомы сыға[6]. 2016 йылдың көҙөндә «YungRussia» хәрәкәте тарҡала һәм Harvest Time хушлашыу концерт турына юллана. Шулай уҡ Максим Rickey F һәм Yanix кеүек башҡарыусылар менән хеҙмәттәшлек итергә өлгөрә.

2017 йылдың 22 мартында i61 менән берлектә Лоулайф синглына музыкаль видео сыға[7], унда камео ролен «Dopeclvb» берләшмәһенең алдағы микстейбынан Жак-Энтони уйнай. 2017 йылдың 28 апрелендә «Dopeclvb» берләшмәһенән дүртенсе Dopet4pe микстейбы сыға[8][9][10], уның релизынан һуң Thomas Mraz коллегаларына хәбәр итмәйенсә коллективтан китеүе тураһында иғлан итә[1]. 2017 йылдың 21 сентябрендә Максим үҙенеңSupernormal. Vol.1 тәүге студия альбомын сығара[11], уны яҙҙырыуҙа шулай уҡ Boulevard Depo, Padillion һәм i61 ҡатнаша.

2018 йылдың 11 апрелендә биш композициянан торған Superlove исемле икенсе соло мини-альбомы сыға. 2018 йылдың 23 майында Дура синглына видеоклип төшөрөлә[12]. 2018 йылдың 31 авгусында «Лауд» музыкаль триоһы ағзаһы Goddeem музыкаһына яҙҙырылған Странные ребята синглына видеоклип сыға[13]. 2018 йылдың 6 декабрендә Superworld — Цветком студия альбомының беренсе синглына төшөрөлгән видеоклип донъя күрә[14].

2019: «Superworld» альбомы

2019 йылдың 28 мартында Superworld исемле икенсе студия альбомы сыға, уны яҙҙырыуҙа шулай уҡ LIZER һәм TVETH ҡатнаша.

2019: «NUDE(S)» мини-альбомы

2019 йылдың 1 ноябрендә Basic Boy NUDE(S) исемле өсөнсө соло мини-альбомын сығара, унда шулай уҡ TVETH, LILDRUGCHILL һәм Thomas Mraz кеүек башҡарыусылар ҡатнаша. Альбомды яҙҙырыуҙа Presco Lucci, МС Сенечка, GODDEEM, FrozenGangBeatz, vocs audio, DJ Cowgrove, THD Shatterhand булышлыҡ итә.

2022: «Ничто, Никогда» альбомы

2022 йылдың башында, атап әйткәндә, 18 февралдә, ике йыллыҡ тәнәфестән һуң, Максим үҙенең Ничто, Никогда исемле студия альбомын сығара. Был ижади эштә GONE.Fludd, ЛСП, Boulevard Depo, TVETH кеүек башҡарыусылар ҡатнаша. Яҙҙырыу өсөн Mojawe, miss u, GODDEEM, Flamo, ilya Showtime, Presco Lucci, Lil Sheep, soft locc, Too Late яуаплы була. Basic Boy үҙенең эше тураһында былай тип һөйләй: «Альбомда минең, ни тиклем күңелһеҙ яңғыраһа ла, өлкәнәйгәнемде күрерһегеҙ: күберәк реализмды, бөтәһенә лә аңлайышлы булған аңлау, төшөнөүҙе. Уның моңон „яҡты меланхолия“ тип тасуирлайым».

Бынан тыш, «Ничто, Никогда» альбомынан «Плакать будем потом» йырына клип ижад ителә. Альбом «Сноб» баҫмаһының «Музыка» категорияһында «Рәсәйҙә эшләнгән — 2022» премияһына тәҡдим ителә һәм DTF фаразы буйынса 2022 йылдың беренсе яртыһындағы төп альбомдар исемлегенә индерелә.

2023—хәҙерге ваҡыт: «Штат садов» һәм «Никто, нигде»

2025 йылда Joseph менән берлектә «Штат садов» мини-альбомы (рус.)баш. сыға[15]. Шул уҡ йылдың 11 апрелендә «Никто, нигде» дүртенсе соло студия альбомы яҙҙырыла. Ул шул иҫәптән TVETH, i61 һәм Thomas Mraz менән берлектәге 11 тректан тора[16]. Альбом концептуаль яҡтан бынан алдағы әҫәрҙе дауам иткән шәхси эш тип һүрәтләнә.

Студия альбомдары

Йыл Студия альбомы
2017 Supernormal. Vol.1
2019 Superworld
2022 Ничто, Никогда
2025 Никто, нигде[16]

Микстейптары

Йыл Микстейп
2012 Dopetape (Dopeclvb составында)
2013 Dopetape 2 (Dopeclvb составында)
2014 B#Y
2015 Dop3tape (Dopeclvb составында)
2017 Dopet4pe (Dopeclvb составында)

Мини-альбомдары

Йыл Мини-альбом
2015 Вишнёвый сок (Glebasta Spal менән берлектә)
2016 GPRS (Glebasta Spal менән берлектә)
2018 Superlove
2019 Nude(s)
2025 Штат садов (Joseph менән берлектә)[15]

Синглдары

Йыл Сингл
2014 Kimono (Thomas Mraz һәм Jeembo ҡатнашлығында)
2015 Девочка Интернет (Glebasta Spal ҡатнашлығында)
2016 Я убегаю домой (Boulevard Depo ҡатнашлығында)
Низкий флекс (Glebasta Spal ҡатнашлығында)
2017 Дорогая, кажется, я больше не хочу делать рэп (Thomas Mraz ҡатнашлығында)
Лоулайф (i61 ҡатнашлығында)
2018 Дура
Странные ребята (Goddeem ҡатнашлығында)
Цветком
Крем (TVETH ҡатнашлығында)
2019 Что с тобой не так?
По планете (LIZER ҡатнашлығында) (SP4K Remix)
Пластик (Thomas Mraz ҡатнашлығында)
2020 Понедельник (Misheral ҡатнашлығында)
Коротка (Thomas Mraz ҡатнашлығында)
2022 Удачи (Boulevard Depo, TVETH ҡатнашлығында)
2024 BOMBAY (i61, Thomas Mraz, Glebasta Spal ҡатнашлығында)[17]
2025 BALI MAGIC (Pkhat ҡатнашлығында)[17]
Светлей на тон (Joseph ҡатнашлығында)[15]
Роллим (DORRIE, PRES ҡатнашлығында)[17]
заберёт[17]
надежды 1[17]
2026 Океан (DOXLEEN ҡатнашлығында)[18]

Башҡа башҡарыусыларҙың релиздарында ҡатнашыуы

Йыл Артист Музыкаль релиз Трек
2014 Glebasta Spal Static Homecoming
2015 GONE.Fludd Формы и пустота Кармашек
i61 Shelby. Vol.2 (Infinity) Fresh Soft
2016 Gera Pkhat Ca$h In Весь мир
2017 Padillion Melrose Borders
2018 Yung Pretty Извините за ожидание Хочу это всё
Один
Goddeem Sensual Странные ребята
Лауд ТанецГолосЗвук 3 Такая как ты
2019 43ai Завтрак на орбите Лотос
Cakeboy Piece Of Cake Не волнует
Cream Soda Комета Белая стрела
2020 KURT92 Кошмар Независимого Исполнителя Каждый Day
Boulevard Depo Old Blood MOONWORK
Joseph Комета Бессонные Ночи
Misheral Потолок оранжевой эйфории Понедельник
KURT92 Амбассадор Хардкора Тяжёлый Рэп
2021 Tilmil Грустный Клоун: Ансамбль Грустный Клоун
Thomas Mraz VICTORY Пароль
TVETH KOMPRESSOR UTRO 34

Видеографияһы

Яңғыҙ видеоклиптары

Йыл Исеме Альбом Режиссёр
2016 Девочка Интернет (Glebasta Spal ҡатнашлығында) Dop3tape Войо һәм Zephyr Production
2017 Лоулайф (i61 ҡатнашлығында) Dopet4pe Kosmodrome
2018 Дура Superlove
Цветком Superworld
2020 Долгополов Фристайл NUDE(S) Alexey Belyaev
2022 Плакать будем потом Ничто, Никогда Dmitry Gorichev

Ҡунаҡ сифатында

Йыл Башҡарыусы Исеме Альбом Режиссёр
2018 Basic Boy&Goddeem Странные ребята Sensual Kosmodrome

Концерт турҙары

Йыл Тур
2016 Summer Dope (Dopeclvb составында)
Harvest Time (YungRussia составында)
2017 Jungle Tour (Dopeclvb составында)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Basic Boy: «Рэп — это не моя тема». Большое интервью с участником Dopeclvb. О рамках хип-хопа, положении дел в Dopeclvb, конфликте с Thomas Mraz и -будущем сольной карьеры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026. Архивировано 30 сентябрь 2018 года.
  2. Кто есть кто в YungRussia. Гид по московскому шоукейсу молодых и дерзких. the-flow.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026. Архивировано 7 май 2016 года.
  3. От «Антихайпа» до YungRussia: Словарь нового русского рэпа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
  4. Dopeclvb «Dopetap3». web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
  5. Basic Boy, Glebasta Spal «Девочка-интернет». Киберромантика от двух участников объединения Dopeclvb: песня, где рифмуется HDMI и MDMA. the-flow.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026. Архивировано 5 декабрь 2018 года.
  6. Basic Boy & Glebasta Spal «GPRS EP» «Я курю на МКС», — так начинается первый же трек здесь. the-flow.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
  7. Basic Boy, i61 «Лоулайф» — для тех, кто ждёт микстейп формации Dopeclvb. the-flow.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026. Архивировано 23 март 2017 года.
  8. Dopeclvb «Dopet4pe». Четвёртый (и пока лучший) микстейп уфимской формации, в которой состоят i61, Basic Boy, Thomas Mrvz и Glebasta Spa. the-flow.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026. Архивировано 28 апрель 2017 года.
  9. Если вы не слушали предыдущие микстейпы Dopeclvb, то новый вам послушать надо. И вот почему. Спойлер: такого жизнерадостного рэпа вы больше нигде не услышите. the-flow.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026. Архивировано 4 май 2017 года.
  10. Dopeclvb «Dopet4pe». web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
  11. Basic Boy «Supernormal, vol. 1». Сольный альбом участника объединения Dopeclvb, где нашлось место диссу на Thomas Mraz. the-flow.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026. Архивировано 21 сентябрь 2017 года.
  12. Basic Boy «Дура». «Дура, не ври, что можешь думать» — феминисткам лучше не включать эту песню. the-flow.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026. Архивировано 23 май 2018 года.
  13. Basic Boy & GODDEEM «Странные ребята». Лауд. Dopeclvb. Коллаб. the-flow.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026. Архивировано 31 август 2018 года.
  14. Basic Boy, Goddeem «Цветком». Когда история отношений девушки и парня подается через метафору про пчелку и цветок (причем парень здесь именно цветок) — это мило. the-flow.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026. Архивировано 6 декабрь 2018 года.
  15. 1 2 3 Штат садов. SRSLY. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
  16. 1 2 никто, нигде. Deezer (11 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
  17. 1 2 3 4 5 Basic Boy. Apple Music. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
  18. Basic Boy. Shazam. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.