Donk (киберспортсы)
Дани́л «donk» Крышкове́ц (2007 йылдың 25 ғинуары, Томск ҡалаһы) — Рәсәйҙең Counter-Strike 2 буйынса киберспортсыһы, Рәсәй командаһы Team Spirit өсөн рифлер позицияһынан уйнай. Perfect World Shanghai Major 2024 чемпионы.
2024 йылда Рәсәйҙең Forbes «30 до 30» буйынса «Спорт һәм киберспорт» категорияһында йыллыҡ рейтингы еңеүселәре иҫәбенә инә[1]. HLTV порталы версияһы буйынса 2024 йылдың иң яҡшы уйынсыһы тип таныла[2].
Биографияһы
2007 йылдың 25 ғинуарында Томск ҡалаһында тыуған. Counter-Strike-ла Данил 5 йәшендә ағаһы менән бергә уйнай башлай. Ике йылдан һуң улар уйындың яңы версияһына (рус.)баш. күсә. Үҫмер күнекмәләргә күп ваҡыт бирә, яҡшы уҡығанлыҡтан уның оҙайлы күнекмәләренә ата-әсәһе бер нисек тә ҡыҫылмай.
Киберспорт карьераһы
14 йәшендә Данил Европаның FPL-C-һына үтә ала, был уның йәше өсөн бик яҡшы күрһәткес була. Ошо ҡаҙанышынан һуң уға OverDrive иғтибар итә, үҫмер егет менән бер нисә уйын уйнағас, уны Team Spirit академияһына тәҡдим итә. Әммә ойошма уйынсы менән контракт төҙөргә ашыҡмай: йәш сикләүҙәре арҡаһында Данил ҙур турнирҙарҙа ҡатнаша алмай. Шулай уҡ егеттең яңы команда өсөн уртаса уйнауы ла йоғонто яһай: ете турнирҙа 22 картала ул уртаса 0,97 рейтинг йыя. Ошондай ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, яҡтар килешеү таба, һәм Данил «аждаһалар» академияһы өсөн сығыш яһай башлай[3][4].
Team Spirit академияһы өсөн уйнағанда Данил яҡшы шәхси күрһәткестәргә өлгәшә. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса, HLTV порталы версияһы буйынса ул йылда 3-сө урынды алған sh1ro уның талантын билдәләй һәм киләсәктә үҫмерҙең йылдың иң яҡшы егерме уйынсыһы иҫәбенә инәсәген әйтә[5]. FPL-да шулай уҡ егеттең күрһәткестәрен юғары баһалайҙар һәм «15 йәшендә Данил лига күргән иң өҫтөнлөклө рифлерҙарҙың береһе» тип билдәләйҙәр[6]. Академик состав тотороҡло үҫә һәм бер нисә ай буйына донъяның иң яҡшы 50 командаһы исемлегендә ышаныслы тора. Ойошманың төп составы, киреһенсә, бик яҡшы осор кисермәй: өс уйынсы составтан (рус.)баш. китә һәм улар урынына ҡайҙандын яңыларҙы эҙләргә кәрәк була. Шул саҡта нәҡ ошо өсөүҙе академиянан алырға ҡарар ителә, Данил нәҡ улар иҫәбенә инә[4][7].
Команда бик тиҙ берҙәм уйнап китә һәм CCT North Europe Series #6 турнирында беренсе урынды яулай. Ул турнирҙа Данил шәхси күрһәткестәр буйынса иң яҡшыһы була, шулай уҡ турнирҙың бөтә уйынсылары араһында дүртенсе урынды яулай. Киләһе cct Fline Finals #2 турнирында состав икенсе урынды ала, ә donk шәхси күрһәткестәр буйынса чемпионаттың беренсе уйынсыһы була. Үҙҙәренең беренсе Dunav Party LAN-турнирында егеттәр тағы ла беренсе урынды яулай, ә donk ҡабаттан турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы була.
HLTV порталынан үҙенең беренсе MVP исемен Данил BetBoom Dacha турнирында еңгәне өсөн ала. Ул турнирҙы егет 1.31 рейтингы менән тамамлай[8]. Donk 16 йәш һәм 10 айлыҡ сағында тарихта MVP-дың икенсе иң йәш эйәһе була[9].
2024 йыл
2024 йылдың иң мөһим турнирҙарының береһе Iem Katowiceгә эләгеп, Данил иҫ киткес уйын кимәле күрһәтә башлай. Был турнирҙа бер команда Ла Team Spirit-ты еңә алмай. HLTV порталы donk-тың сығышын уйын тарихында ҙур турнирҙарҙа иң яҡшы дебют (рус.)баш. тип таный. Шулай уҡ үҫмер егет ҙур турнирҙағы шәхси статистика буйынса Босния уйынсыһы NiKo рекордын ҡабатлай (1.70 рейтинг 2.0)[10]. Ул турнирҙа Данил MVP ала, шуның менән ҙур турнирҙарҙа был бүләкте алған иң йәш уйынсы була. Катовицала уңышлы сығыш яһағандан һуң, бөтә профессионалдар Данилдың сиктән тыш уйын кимәлен билдәләй башлай. Ул турнирҙа уйынсыны оппоненттары яғына ҡысҡырыуы өсөн тәнҡитләйҙәр. Мәҫәлән, Украина киберспортсыһы һәм тренеры B1ad3 donk-тың яҡшы уйнауын билдәләй, әммә шул уҡ ваҡытта йәш киберспортсыға үҙ тәртибен төҙәтергә кәрәклеген әйтә[11].
Үҙҙәренең беренсе мажорында «аждаһалар» 3-0 иҫәбе менән (3 еңеү) плей-офф стадияһына үтә, әммә күптәрҙең Team Spirit-ты трофейға төп дәғүәсе тип иҫәпләүенә ҡарамаҫтан[12], турнирҙың финал өлөшөндәге тәүге уйында уҡ HLTV рейтингында беренсе урынды биләгән FaZe Clan командаһынан отола. Һуңғы матчта Данил статистика буйынса командаларынан «плюс»ҡа сыҡҡан берҙән-бер уйынсы була, ә турнирҙы 1.35 рейтингы менән тамамлап, команданың иң яҡшы уйынсыһы тип табыла[13][14].
2024 йылдың 15 декабрендә Perfect World Shanghai Major 2024 ярышы финалында (рус.)баш. FaZe Clan-дан 2:1 иҫәбе менән өҫтөнлөк алып, Team Spirit еңеү яулай[15]. Турнир йомғаҡтары буйынса donk Крышковец MVP исемен ала[16].
2025 йыл
2025 йылдың 6 ғинуарында Данил «donk» Крышковец Илья «m0NESY» Осипов менән бергә, финалда Олег «baz» Кулинич һәм Максим «kyousuke» Лукин дуэтын еңеп, Evelone Duo Cup онлайн-турнирында еңеүсе була[17][18].
2025 йылдың 20 ғинуарында BLAST Bounty Spring 2025 турнирының ябыҡ квалификация һөҙөмтәләре буйынса donk иң яҡшы уйынсы тип табыла. Уның рейтингы 1,88 тәшкил итә, үлтереү/үлем коэффициенты (K/D) — 1,95, ә раундта уртаса зыян (ADR) — 116,9 була[19].
2025 йылдың 26 ғинуарында команда, Төркиәнең Eternal Fire командаһын 3:1 иҫәбе менән ҡыйратып, BLAST Bounty Spring 2025 ярышында еңеү яулай[20]. Данил «donk» Крышковец HLTV.org порталы фекеренсә, турнирҙың иң ҡиммәтле уйынсыһы (MVP) тип атала [21].
2025 йылдың 18 майында Team Spirit составы PGL Astana 2025 турнирында еңә[22][23], ә donk турнирҙың иң ҡиммәтле уйынсыһы (MVP) тип таныла[24].
2025 йылдың 3 авгусында IEM Cologne 2025 турнирының финалында команда MOUZ коллективын (рус.)баш. 3:0 иҫәбе менән еңеп, 1-се урынды ала. Үҙенең был еңеүе менән Team Spirit командаһы 400 мең доллар аҡса эшләй[25]. Donk турнирҙың (MVP) иң яҡшы уйынсыһы тип билдәләнә[26].
2025 йылдың 17 авгусында Team Spirit, финалда The MongolZ-ты 3:0 иҫәбе менән еңеп, BLAST Bounty Fall 2025 турнирында беренсе була[27]. Данил «donk» Крышковец тағы ла турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип таныла[28].
2025 йылдың 15 сентябрендә BLAST Open London турниры йомғаҡтары буйынса Donk EVP яуланы, шул уҡ ваҡытта Spirit LAN-стадияға үтә алманы[29].
Командаларҙа булыу тарихы
| Осор | Команда[30] | Матчтар | В/Н/П, % |
|---|---|---|---|
| 28.12.2021 — 05.07.2023 | Team Spirit Academy | 11 | 64/0/36 |
| 05.07.2023 — 29.09.2023 | Team Spirit | 20 | 70/0/30 |
| 29.09.2023 — хәҙергәсә | Team Spirit | 139 | 78/0/22 |
Ҡаҙаныштары һәм бүләктәре
Клуб составында
Counter-Strike 2 буйынса ҙур киберспорт турнирҙарында команда ҡаҙаныштары:
| Йыл | Урын | Турнир | Команда | Үткәрелгән урыны | Приз хаҡы (USD) | Бүләк | Сығанаҡ |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 2023 | CCT Online Finals #2 | 40 000 | — | [31] | |||
| BetBoom Dacha 2023 | 180 000 | MVP[32] | [33] | ||||
| 2024 | Intel Extreme Masters (IEM) Katowice 2024 | 400 000 | MVP[34] | [35] | |||
| 5-се/ 8-се |
PGL CS2 Major Copenhagen 2024 | 45 000 | EVP | [36] | |||
| BetBoom Dacha Belgrade 2024 | 100 000 | MVP[37] | [38] | ||||
| IEM Dallas 2024 | 20 000 | — | [39] | ||||
| BLAST Premier: Spring Final 2024 | 200 000 | MVP[40] | [41] | ||||
| 5-се/ 8-се |
Esports World Cup 2024 | 40 000 | — | [42] | |||
| BetBoom Dacha Belgrade Season 2 | 250 000 | MVP[43] | [44] | ||||
| BLAST Premier World Final 2024 | 250 000 | EVP | [45] | ||||
| Perfect World Shanghai Major 2024 | 500 000 | MVP | [16] | ||||
| 2025 | Evelone Duo Cup | Team DM | 200 000 | MVP | [17] | ||
| BLAST Bounty Spring 2025 | 500 000 | MVP[21] | [20] | ||||
| IEM Katowice 2025 | 180 000 | — | [46] | ||||
| PGL Astana 2025 | 200 000 | MVP[24] | [22][23] | ||||
| IEM Cologne 2025 | 400 000 | [25] | |||||
| BLAST Bounty Fall 2025 | 287 812 | MVP[28] | [27] |
- MVP — Most Valuable Player (инглиз теленән тәржемәлә: Иң ҡиммәтле уйынсы);
- EVP — Exceptionally Valuable Player (инглиз теленән тәржемәлә: Айырыуса ҡиммәтле уйынсы).
Шәхси
- 2024 йылда «спорт һәм киберспорт» категорияһында Рәсәй Forbes «Forbes 30 Under 30» исемлегенә инә[47];
- HLTV Awards 2024 йомғаҡтары буйынса Counter-Strike 2-лә 2024 йылдың иң яҡшы уйынсыһы[2];
- Forbes Sport баҫмаһы версияһы буйынса, 2025 йылдың февралендә donk «Рәсәйҙең иң юғары эш хаҡы алған 10 киберспортсыһы 2025» рейтингында 3-сө урынды ала[48].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 30 до 30. «З0 до 30» Forbes. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ 1 2 Результаты и итоги премии HLTV Awards 2024. cybersport.metaratings.ru (12 ғинуар 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ One for the future: DONK (ингл.). HLTV (30 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ 1 2 Мику, Иван 17-летняя звезда Counter-Strike из России — кто такой donk и почему о нем все говорят. CQ.ru (12 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ Top 20 players of 2022: SH1RO (3). HLTV (14 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ 15-year-old from Team Spirit Academy named FPL's best player in 2.... 25 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Spirit announce new roster with Academy Trio Including DONK (ингл.). HLTV (5 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ BetBoom Dacha 2023 | Stats (ингл.). HLTV. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ Donk named Betboom Dacha MVP (ингл.). HLTV (10 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ Donk equals big event record rating to earn iem katowice MVP (ингл.). HLTV (2024-2-11). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ B1AD3: "Donk has a great future, but i think he needs to fix his Behavior" (ингл.). HLTV (5 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ Валентин Васильев. PARI: Team Spirit обыграет FaZe и пройдет в полуфинал PGL Major Copenhagen 2024 по CS2. Ведомости (28 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ Faze outlast spirit in instant classic in Copenhagen (ингл.). HLTV (28 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ Мику, Иван Российская Team Spirit вылетела с мэйджора по CS 2 в Дании, отыграв семь матч-пойнтов. Cайт Чемпионата (28 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ Мику, Иван. Российская Team Spirit стала чемпионом мира по Counter-Strike 2 (15 декабрь 2024). 25 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Donk стал MVP мейджора по CS2 в Шанхае. www.cybersport.ru (15 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ 1 2 M0NESY и donk стали чемпионами Evelone Duo Cup. escorenews.com (7 ғинуар 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ Команда donk и m0NESY стала чемпионом Evelone Duo Cup. cybersport.metaratings.ru (7 ғинуар 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ Результаты квалификации BLAST Bounty Spring 2025: donk стал лучшим игроком (20 ғинуар 2025). 25 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Котов, Алексей. Team Spirit — чемпион турнира BLAST Bounty Spring 2025 по Counter-Strike 2. 25 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Donk выиграл седьмое звание MVP от HLTV.org на BLAST Bounty Spring 2025 (26 ғинуар 2025). 25 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Team Spirit заняла первое место на PGL Astana 2025 | Counter strike 2 (18 май 2025). 25 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Мику, Иван. Российская Team Spirit — чемпион PGL Astana 2025 по CS 2 (18 май 2025). 25 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Donk признан самым ценным игроком PGL Astana 2025 (18 май 2025). 25 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Team Spirit обыграла MOUZ и стала чемпионом IEM Cologne 2025 (3 август 2025). 25 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Donk стал лучшим игроком по рейтингу на IEM Cologne 2025 — на втором месте kyousuke (4 август 2025). 25 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Российская Team Spirit стала чемпионом BLAST Bounty 2025 по Counter-Strike 2. championat.com (17 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ 1 2 Donk стал самым ценным игроком BLAST Bounty Fall 2025. cybersport.ru (17 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ Алексей Самонов. Donk заработал EVP на BLAST Open London, Spirit не прошла на LAN-стадию. Сайт «Taverna.gg» (15 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
- ↑ donk из Team Spirit CS2 – профиль игрока, биография, матчи, награды (билдәһеҙ). Cybersport.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ CCT 2023 Online Finals 2 Overview. HLTV.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 14 сентябрь 2024 года.
- ↑ 16-летний Donk стал самым ценным игроком на BetBoom Dacha по версии HLTV.org. Cybersport.ru (10 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 17 февраль 2024 года.
- ↑ BetBoom Dacha 2023 overview. HLTV.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 5 август 2024 года.
- ↑ Donk стал самым ценным игроком IEM Katowice 2024. Cybersport.ru (11 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 17 февраль 2024 года.
- ↑ Иван Мику. Российская Team Spirit стала чемпионом IEM Katowice 2024 по CS 2, разгромив FaZe — 3:0. Чемпионат (11 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 21 июнь 2024 года.
- ↑ PGL CS2 Major Copenhagen 2024 overview. HLTV.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 10 август 2024 года.
- ↑ donk named MVP of BetBoom Dacha Belgrade. HLTV (19 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 23 май 2024 года.
- ↑ BetBoom Dacha Belgrade 2024 overview. HLTV.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 2 июнь 2024 года.
- ↑ IEM Dallas 2024 overview. HLTV.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 18 июнь 2024 года.
- ↑ Мику, Иван 17-летний Данил donk Крышковец признан лучшим игроком BLAST Premier по CS 2. Сайт Чемпионата (16 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 16 июнь 2024 года.
- ↑ Иван Мику. Российская Team Spirit стала чемпионом топ-турнира BLAST Premier по CS 2 в Лондоне. Чемпионат (16 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 18 июнь 2024 года.
- ↑ Esports World Cup 2024 overview. HLTV.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 30 август 2024 года.
- ↑ donk wins his fourth MVP of 2024 at BB Dacha Belgrade S2 (1 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ BetBoom Dacha Belgrade Season 2 overview. HLTV.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 27 август 2024 года.
- ↑ BLAST Premier World Final 2024 overview. HLTV.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025. Архивировано 9 ноябрь 2024 года.
- ↑ Котов, Алексей. Team Vitality заняла первое место на чемпионате IEM Katowice 2025 по Counter-Strike 2 (9 февраль 2025). 25 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Котов, Алексей Донк из состава Team Spirit по Counter-Strike 2 вошёл в список «30 до 30» от Forbes. Сайт Чемпионата. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
- ↑ 10 самых высокооплачиваемых киберспортсменов России — 2025 (билдәһеҙ). Forbes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.