Wocu
Wocu (ингл. The World Currency Unit), йәки Вокю́ (ЭКЮ-ға оҡшашлыҡ нигеҙендә), иҫәпләшеү өсөн аҡса берәмеге, кәрзин валютаһы, Дәү егерме төркөмөнә ингән илдәр валюталары курсы буйынса көн дә иҫәпләнеп торола. Валюталарына ҡарата Вокю һанала торған илдәр иҫәбенә донъяның Эске тулайым продукт күрһәткесе буйынса иң эре илдәре инә[1][2].
Вокю кәрзиненә инеүсе валюталарҙың удель ауырлығы илдәрҙең донъя ЭТП-һындағы өлөшө нигеҙендә иҫәпләнә. Вокюҙы һанау методикаһы WDX institute коммерцияға ҡарамаған бойондороҡһоҙ ойошмаһы тарафынан эшләнә, был ойошма 2008 йылда донъя валюта системаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәреү маҡсатында төҙөлә[3][4]. Кәрзиндәге валюталар ауырлығын йылына ике тапҡыр — 3 майҙа һәм 3 ноябрҙә — 16:00 UTC һанайҙар. Вокю Европа валюта берәмеге булған ЭКЮ-ға альтернатива итеп индерелә, ул халыҡ-ара иҫәп-хисаптарҙа валюта хәүефтәрен кәметеүгә хеҙмәт итә.
Тарихы
Долларҙы алмаштырырлыҡ донъя валютаһын булдырыу идеяһы күптән йәшәй. 1944 йылғы Бреттон-Вуд конференцияһында Джон Кейнс тарафынан глобаль валюта идеяһы әйтелә, ул тәҡдим ителгән валютаны банкор тип атай.
Артабан был идея донъяның ике полюслылығы шарттарында SDR халыҡ-ара иҫәпләшеү берәмегендә кәүҙәләнеш ала.
Донъяның алдынғы егерме иле валюталары нигеҙендә глобаль валютаны хисапҡа индереү идеяһы 1996 йылда тыуа һәм 2009 йылда ғәмәлләшә, WDX institute коммерцияға ҡарамаған бойондороҡһоҙ ойошмаһы даими уны иҫәпләп сығарып тора.
Вокю хаҡын иҫәпләү
| Ил/Төбәк, Валюта | 01/01/2000 | 01/01/2010 |
|---|---|---|
| Австралия, AUD | 2.3943 | 1.9164 |
| Бразилия, BRL | 2.8380 | 2.9723 |
| Канада, CAD | 2.2739 | 1.8073 |
| Швейцария, CHF | 2.5013 | 1.7780 |
| Ҡытай, CNY | 13.0222 | 11.7432 |
| Европа союзы (Еврозона), EUR | 1.5606 | 1.1973 |
| Бөйөк Британия, GBP | 0.9719 | 1.0666 |
| Япония, JPY | 160.78 | 159.24 |
| Рәсәй, RUB | 43.1928 | 51.7254 |
| Америка Ҡушма Штаттары, USD | 1.5731 | 1.7204 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Официальный сайт Wocu 2010 йылдың 9 апрель көнөндә архивланған. (недоступная ссылка с 23-05-2013 (4838 дня) — история, копия) Wocu
- ↑ 1 2 Wocu Value Calculation (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 9 апрель 2010 года. 2010 йылдың 9 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ What is the WDX Institute? (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2012. Архивировано 10 сентябрь 2012 года. 2012 йылдың 26 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ WDX Organisation (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2012. Архивировано 10 сентябрь 2012 года.
Әҙәбиәт
- WDX organization. 2012 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған.Брошюра независимой организации WDX, посвященная Вокю 2012 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған.