«Башҡорт матуры» алмаһы
«Башҡорт матуры» алмаһы | |
SEO_index | noindex |
---|---|
Ил | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
«Башҡорт матуры» (рус. Башкирский красавец) — йорт алмаһының иртә ҡышҡы төрө.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XIX быуат башында помещик, отставкалағы капитан Сергей Евгеньевич Топорнин, Франция архитекторын саҡырып, Өфөнән 70 км өҫтәрәк, Ағиҙел йылғаһы буйында йорт һалған, баҡса ултырта башлаған. XIX быуат аҙағына мөлкәт баҡса үҫтереүгә мөкиббән сәүҙәгәр Иннокентий Михайлович Гришин ҡулына күсә. 1886 йылда ул өс йөҙ яңы үҫенте ултыртып, ҡарт баҡсаны яңырта, улар араһында билдәһеҙ ике сорт алмағас була. Революциянан һуң Ҡыҙ тауындағы йорт менән баҡса имен ҡала, һәм 1926 йылда уның территорияһындағы яңы хакимиәт Башнаркомзём селекция үҙәген ойоштора, ул Көньяҡ Уралдағы төп селекция үҙәктәренең береһенә әүерелә.
1928 йылда И. М. Грибушин ултыртҡан алма сорттарын станция хеҙмәткәре Василий Стреляев тасуирлап яҙып ала. Бер сортҡа «Башҡорт матуры» тип исем бирелә[1].
1928 йылда «Башҡорт матуры» Башҡорт АССР-ы Кушнаренко ауылында В. П. Стреляев тарафынан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтына[2] бирелә. Сорт Госреестрға индерелә.
Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был сорттар Башҡортостан, Татарстан, Марий эл, Вологда, Киров, Ырымбур, Һамар һәм Мәскәү өлкәләрендә киң таралған. Башҡортостанда алмалыҡтарҙың яҡынса 25 % майҙанын биләй.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был алмағас иртә лә, һуң да түгел сәскә ата, башҡа алмағастарҙан һеркәләнә. Уның өсөн иң яҡшы һеркәләндереүсе сорттар антоновка, «Сеянец титовки», «Боҙаяҙ» булып тора. Алтынсы йылына емеш бирә башлай. Юғары уңыш (140—257 ц/га) бирә һәм ҡышҡы һыуыҡтарға сыҙамлы.
Сәскәләре эре, алһыу төҫтә. Емеше уртаса ҙурлыҡта, ауырлығы 92-137 г, бөтәһе лә бер сама ҙурлыҡта, дөрөҫ формалы. Емеше уртаса ҡойола. Алма 130 көн һаҡлана, транспорт менән ташығанда йәнселеп бармай. Универсаль сорт.
Әскелтем татлы, үҙенә башҡа ҡырҡыуыраҡ тәм итә.
Селекцияла ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Башҡорт матуры» сорты генотибы селекция программаларында ҡулланыла. Уны « Шафран пепины» сорты менән ҡауыштырып, «Башҡорт пепины» сорты барлыҡҡа килтерелгән.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яблоня// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 30 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Фатьянов В.И. Золотые сорта плодовых культур. — Вече, 2005. — 224 с. — ISBN 5-9533-0683-0.
- В.А.Наумов. Что надо знать садоводу. — Татарское книжное издательство, 1982. — 208 с. — ISBN 40405-260-51-82.
- Г.А.Мансуров. Сорта плодовых и ягодных культур в Башкирии. — Татарское книжное издательство, 1966. — 72 с.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яблоня//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Сорт «Башкирский красавец» № 4804260 в Госреестре
- Сорта яблок
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Брыкин В. Тайна Башкирского красавца // Отечество : Газета. — ноябрь 2011.
- ↑ Сорт «Башкирский красавец» на сайте ВНИИСПК