Абаринов Пётр Тимофеевич
Пётр Тимофеевич Абаринов (1905 йылдың, Краснодар крайы — 1943 йылдың 17 ноябре, Речица районы[d], Гомель өлкәһе — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы старшинаһы. Гвардия өлкән сержанты[1].
Биографияһы
Абаринов Пётр Тимофеевич 1905 йылда хәҙерге Краснодар крайы Рязань районында тыуған.
1941 йылдың сентябрендә Тажик ССР-ы Гарм өлкәһе (шунда уҡ Төркмән ССР-ы Мары өлкәһе тип тә бирелгән?) Комсомолабад район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[2].
1943 йылдың 18 сентябренән алып 24 октябргә тиклем «үҙен бик хәстәрлекле һәм тилбер старшина итеп күрһәтте. Шуның өсөн һуғыш барғанда ла эскадрон аҙыҡ-түлек, фураж менән тәьмин ителә. Усохи ауылы эргәһендәге Днепрҙың көнбайыш яры өсөн барған һуғышта иптәш Абарников яугирҙәргә тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлекте кәмәләрҙә алып сығып, артабан башҡалар ярҙамында яурындарына йөкләп килтереп, һалдаттарҙы туҡландырҙы. Эскадронды һуғыш боеприпастары менән тәьмин итеүҙе лә һәйбәт ойошторҙо»[3][4].
Абаринов Пётр Тимофеевич 1943 йылдың 17 ноябрендә һәләк була. Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Речица районы Головки ауылында ерләнә[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 1943 йыл — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[6]
Хәтер
- Абаринов Пётр Тимофеевичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[7] һәм Краснодар крайы Рязань районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Абаринов Пётр Тимофеевич
- Память народа. Абаринов Пётр Тимофеевич
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941-1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. - Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
- Список погибших воинов 112-се Башкирской кавалерийской дивизии
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шайморатовсылар
- ↑ Память народа. Абаринов П. Т.
- ↑ Память народа. Абаринов Пётр Тимофеевич
- ↑ ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 951
- ↑ Память народа. Абаринов.П. Т.
- ↑ Шаймуратовцы. Абаринов Пётр Тимофеевич
- ↑ РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941-1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. - Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0