Абдершин Алимкәй Абдулла улы

Абдершин Алимкәй Абдулла улы (рус. Абдершин, Алимкай Абдуллович, 12 [25] май 1911 йыл — 26 май 1983 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, старшина (1944). Советтар Союзы Геройы (1944). 1947 йылдан КПСС ағзаһы.

Биографияһы

Абдершин Алимкәй Абдулла улы 1911 йылдың 12 майында, яңы стиль менән 25 май, Рәсәй империяһы Пенза губернаһы Краснослобда өйәҙе Рахмантамаҡ улысының Иҫке Аллағол ауылында тыуған. Был ауыл хәҙерге Мордва Республикаһы Ковылкин районы составында.

19331935 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә. 1936 йылдан Мәскәүҙең сәнәғәт предприятиеларында эшләй.

1941 йылдың июнендә Мәскәү өлкәһе Красногорск район хәрби комиссариаты тарафынан хеҙмәткә саҡырыла.

1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында, 38 армияһы 180 уҡсылар дивизияһы 86 уҡсылар полкының автоматсылар ротаһында отделениеһы командиры.

Воронеж, I Украина фронттары составында Украина, Венгрия, Румыния, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылдың 30 сентябрендә Днепрҙы кискәндә батырлыҡ күрһәтә.

1943 йылдың 30 сентябрендә Адершин хеҙмәт иткән рота дошман уты аҫтында Днепр тармағын аша сыға һәм йылғаның уң ярында Лютеж плацдармын яулап ала. Ул үҙе тәүгеләрҙән булып йылға аша йөҙөп сыға һәм граната менән дошман дзотын шартлата.

1943 йылдың 5 октябрендә бер мөһим ҡалҡыулыҡты яулап алыуҙа, дошмандың контрһөжүмдәрен кире ҡайтарыуҙа ҡатнаша. Алыш барышында яраланған рота командирын алмаштыра, дошманға ҡаршы тороуҙы оҫта ойоштора. 5-13 октябрьҙә уның ротаһы дошмандың 30 һалдатын һәм офицерын юҡ итә. 1943 йылдың 13 октябрендә ҡаты яралана.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 10 ғинуарындағы «Ҡыҙыл Армияның генералдарына, офицерҙарына, сержант һәм рядовой составына Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында» указы менән «немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» Абдершин Алимкәй Абдулла улына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[1].

1945 йылдың аҙағында старшина дәрәжәһендә хәрби хеҙмәттә демобилизациялана һәм Мәскәүҙә йәшәй. Телевидениеның Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтында һаҡ хеҙмәте башлығы булып эшләй[2].

1983 йылдың 26 майында вафат була, Мәскәүҙең Данилов мосолман зыйаратында ерләнгән.

Наградалары

Хәтер

  • Мордва Республикаһы Ковылкин районының Иҫке Аллағол ауылы мәктәбе бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Мәскәүҙең Данилов мосолман зыяратында ҡәберенә бюст ҡуйылған.
  • Иваново ҡалаһының йәмиғ мәсете ҡоймаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Абдершин Алимкәй Абдулла улы. «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2009)
  • Абдерши́н Алимкай Абдуллович // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 15. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Представление к награде
  • Наградной лист