Абдуллин Ильяс А.

Абдуллин Ильяс А. (рус. Абдуллин Ильяс А.) (? — 22 февраль 1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Рядовой, ҡыҙылармеец, телефонист (элемтәсе)[1].

Биографияһы

Абдуллин Ильяс Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Яңауыл ауылында тыуған.

Яңауыл район хәрби комиссариаты уны Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡыра.

Ҡыҙылармеец Ильяс Абдуллин 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында телефонист вазифаһын үтәгән, разведка эшенә лә йәлеп ителгән[сығанаҡ 1859  көн күрһәтелмәгән][2].

1943 йылдың 22 февралендә Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһендәге (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) Юлино-2 станцияһы янында хәбәрһеҙ юғалған[2][3].

Хәтер

Ильяс Абдуллиндың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Яңауыл районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.