Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Хәрби звание | Өлкән сержант |
Ғәскәр төрө | кавалерия |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һуғыш/алыш | |
Һөнәр төрө | яугир |
Тыуған урыны | |
Тыуған көнө | 1917 |
Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улы (рус. Абдуллин Мухарям Лутфуллович) (1917 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында һуғышҡан. Өлкән сержант[1].
Биографияһы
Мөхәррәм Лотфулла улы Абдуллин 1917 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Сораман ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1941 йылдың 8 декабрендә Башҡорт АССР-ы Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.
Тәүге осорҙа Брянск фронтының 8-се кавалерия корпусына буйһонған 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составында һуғыша.
294-се кавалерия полкының ҡылыссыылар эскадронында взвод командиры була. 12-се тимер юлдар бригадаһының 26-сы тимер юлдарҙы тергеҙеү батальонында отделение командиры була[1][2].
Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улының батырлығы тураһындағы мәғлүмәтте командиры түбәндәге документҡа теркәп ҡуйған:
![]() |
Немец оккупанттарына ҡаршы 1942 йылдың 1-11 июлендәге һуғыштарҙың иптәш Абдуллин өс алышында ла батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Натальевка ауылы янындағы тәүге һуғышта немецтар ҡулына күскән ҡоралдарыбыҙҙы һәм аттарыбыҙҙы ҡабат үҙебеҙгә ҡайтара алды.
9 июлдән 11 июлгә тиклем дауам иткән һуңғы өсөнсө алышта станковый пулемёттан ут яуҙырған дошман нөктәһен һәм 7 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итте.[3] |
![]() |
.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1942)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[4][5].
Хәтер
Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Учалы районы Сораман ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
- ЦАМО. Фонд 33. Опись 682524. Единица хранения 398.
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Абдуллин Мухарям Лутфуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Дорога памяти. Абдуллин Мухарям Лутфуллович 2021 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған.
- Память народа. Абдуллин Мухарям Лутфуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- РГБ: Они вернулись с победой. Учалинский район, т. 11, 2004 ISBN 5-295-03475-5
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Шаймуратовцы. Абдуллин Мухарям Лутфуллович
- ↑ Дорога памяти. Абдуллин Мухарям Лутфуллович 2021 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Память народа. Абдуллин Мухарям Лутфуллович
- ↑ 1 2 РГБ: Они вернулись с победой. Учалинский район, т. 11, 2004 ISBN 5-295-03475-5
- ↑ ЦАМО. Фонд 33. Опись 682524. Единица хранения 398