Абдуллин Ризетдин Ғәтиәт улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание Сержант
Ғәскәр төрө кавалерия
Вафат булған урыны
Тыуған урыны
Вафат булған көнө 6 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Һөнәр төрө яугир
Һуғыш/алыш
Тыуған көнө 1921

Абдуллин Ризетдин Ғәтиәт улы (рус.  Абдуллин Ризетдин Ғатиятович) (1921 йыл6 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се айырым атлы дивизионы тоҫҡаусыһы. Сержант[1].

Ризетдин Ғәтиәт улы Абдуллин 1921 йылда Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы) Нимесләр ауылында тыуған[1].

Башҡорт АССР-ы Нуриман районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Яугир 1942 йылдың 6 июлендә Курск өлкәһе Тербуны районы Борковский ауыл Советына ҡараған Апухтино ауылы эргәһендә барған дәһшәтле алышта һәләк була һәм шунда ерләнә[2].

Абдуллин Ризетдин Ғәтиәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа һәм БР-ҙың Нуриман районы[3] Нимесләр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Оҙаҡ йылдар дауамында хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен таба. Барлығы 671 яугир исеме асыҡлана: улар араһында лейтенант Абдуллин Ризетдин Ғәтиәт улы ла бар. Хәрби хөрмәт күрһәтелеп, Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнә.

Ризетдин Абдуллиндың исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[4][5].

  • ЦАМО. Фонд 58. Опись 818883. Единица хранения 1750