Абдуллин Сабит Ғәбит улы

Абдуллин Сабит Ғәбит улы (рус. Абдуллин Сабит Габитович) (1902 йыл — 10 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы 2-се эскадронының отделение командиры. Сержант[1].

Биографияһы

Сабит Ғәбит улы Абдуллин 1902 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙендә (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Шура ауыл Советы[2] биләмәһе) тыуа.

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 2-се эскадроны отделениеһы командиры.

1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһе Тербуны районы тирәһендә хәбәрһеҙ юғала[3].

Ҡатыны — Абдуллина Хәсбиямал[2].

Хәтер

Абдуллин Сабит Ғәбит улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Баймаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡаҙыныу эштәре алып барып, ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен таба һәм 671 яугирҙың исемен асыҡлай. Улар араһында сержант Абдуллин Сабит Ғәбит улы ла була, уның һөйәктәре лә Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнә[5][6].

Сығанаҡтар

  • ЦАМО. Фонд 58. Опись 818883. Единица хранения 1750.