Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание Рядовой и Ҡыҙылармеец[d]
Ғәскәр төрө кавалерия
Вафат булған урыны
Тыуған урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Вафат булған көнө 1 февраль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (74 йәш)
Һөнәр төрө яугир
Һуғыш/алыш
Тыуған көнө 15 июль 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улы (рус. Абдуллин Гатаулла Халиуллович; 15 июль 1913 йыл — 1 февраль 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабының ат йөрөтөүсеһе (коновод). Рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[1].

Ғатаулла Хәлиулла улы Абдуллин 1913 йылдың 15 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1941 йылда Дим станцияһынан һуғышҡа китә[2].

112-се Башҡорт (Ҡыҙыл Байраҡлы, Ленин, II дәрәжә Кутузов һәм Суворов орденлы 16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Дивизия штабы начальнигы Назаровтың ат йөрөтөүсеһе булып хеҙмәт итә.

Һалдаттарҙы һыбай йөрөргә өйрәтә.

Сталинград алышында ҡатнаша, яралана, күрһәткән ҡыйыулығы өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Һуғыш тамамланғандан һуң, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. 1988 йылдың 1 февралендә вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

  • ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 1, ящик 3. Номер документа 84.